

Инсульттан ныҡлап һауығып китеү өсөн бик күп ваҡыт кәрәк. Ваҡыт ҡына түгел, үҙеңде етди хәстәрләү ҙә талап ителә. Төрлө дарыу төнәтмәһе эсергә, күнегеүҙәр эшләргә, күберәк саф һауала йөрөргә кәрәк.
Үлән төнәтмәләренә килгәндә, бәпембә төнәтмәһенең файҙаһы ҙур. Бының өсөн бер ҡалаҡ киптерелгән бәпембә япрағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда ¼ стакан эсергә.
Тағы ла бәпембәнән шифалы тупсыҡтар эшләргә мөмкин. Ул түбәндәгесә әҙерләнә: 50 г киптерелгән бәпембә тамырын ҡәһүә иҙгестә он хәленә килгәнсе ваҡларға һәм 1:1 нисбәтендә сәскә балы менән бутарға. Артабан ошо ҡатнашманан йомарламдар эшләп, һыуытҡыста һаҡларға. Уны бәпембә төнәтмәһен эскәндән һуң, яйлап ҡына һурырға.
Әлбиттә, ныҡлап һауығып китеү өсөн төрлө физик күнекмә лә эшләргә кәрәк.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ:https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-11-29/insulttan-b-pemb-yar-am-it-4482704