Даирә
+30 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
1 Декабрь 2025, 11:10

Сәләмәтлек серҙәре

Самаһын белмәй, артығын ашаған осраҡта ашҡаҙан баҫымы күтәрелә, үҙәк көйә һәм аш эшкәртеү системаһы менән башҡа проблемалар килеп тыуа.

Сәләмәтлек серҙәреСәләмәтлек серҙәре
Сәләмәтлек серҙәре

Дарыуҙарһыҙ ғына һаулыҡты һаҡлау тураһында интернетта бик күп тәҡдим табырға мөмкин. Әммә уларҙың барыһына ла ышанырға ярамай. Бында иһә медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшереү үткән кәңәштәрҙе генә бирәбеҙ. Уларҙы көндәлек тормошта файҙаланып ҡарағыҙ, сәләмәтлегегеҙ күпкә яҡшырыр.

 

  • Беҙҙең ашҡаҙан ашаған ваҡытта 500 мл күләмдә ризыҡты ҡабул итергә әҙер. Ҙур табында иһә 1500 мл булыуы ихтимал. Ә инде самаһын белмәй, артығын ашаған осраҡта ашҡаҙан баҫымы күтәрелә, үҙәк көйә һәм аш эшкәртеү системаһы менән башҡа проблемалар килеп тыуа.
  • Ит, алкоголь һәм киҫкен еҫле ҡабымлыҡтар менән бай табын – ауыҙҙан насар еҫ барлыҡҡа килтереүсе төп сәбәптәр. Ә бына газлы эсемлектәрҙе лә артыҡ күп ҡулланыу шулай уҡ ауыҙҙан насар еҫ барлыҡҡа килтереүен күптәр белмәйҙер ҙә әле.
  • Ауыҙҙағы насар еҫ йыш ҡына “һөйләү жанры” хеҙмәткәрҙәренә – уҡытыусыларға, лекторҙарға, адвокаттарға һ.б. ҡамасаулай. Һөйләгән ваҡытта ауыҙ кибә, телдең әүҙем хәрәкәте әллә ҡайһы төпкөлдәге микробтарҙан насар еҫте килтереп сығара. Йыш ҡына стресс кисергән ваҡытта ла ауыҙҙа насар еҫ барлыҡҡа килә һәм нервы көсөргәнеше үтеү менән ул юҡҡа сыға.
  • Төнгөлөккә һарымһаҡ ашап ятаһығыҙмы? Организмдың һаҡлау көсөн эшләтеп ебәреү өсөн бик яҡшы сара. Иртәнсәк ауыҙығыҙҙа һарымһаҡ еҫе ҡалмаһын өсөн, бер стакан һөт эсеп ҡуйығыҙ. Шул күләмдәге һөт тын алышҡа шундай көслө еҫ биреүсе аллилметилсульфидты 50 процентҡа тиерлек кәметә.
  • Кальций етерлек кимәлдә булмаған аҡһым диетаһы һөйәктең һыныу хәүефен арттыра. Ә кальций ҡушылған тейешле кимәлдәге аҡһымлы диета һөйәк системаһына ыңғай йоғонто яһай.
  • Организмға үҫемлек сығанаҡтарынан ингән кальций (шпинат, кәбеҫтә, сәтләүек, бойҙай, петрушка һ.б) организмда был матдәнең алмашыныуына ыңғай тәьҫир итә. Әммә үҙләштерелеүе буйынса ул эремсек, сыр, кефир, ҡоймаҡ, йогурт кеүек мал һөтөнән әҙерләнгән ризыҡтарҙан алынған кальцийҙан ҡалыша. Кальцийҙың иң яҡшы сығанаҡтары –  һөт һәм әсе  һөт аҙыҡтары.
  • Тиҙ генә ябығыу идеяһын яҙға ҡалдырығыҙ. Көҙгөһөн организм ҡышҡылыҡҡа запас йыя һәм ҡышын уны тотона.  Әгәр ҙә һеҙ уны  кәрәкле майлы ҡатламдарҙан мәхрүм итәһегеҙ икән, иммунитет ҡаҡшай.
  • Һалҡынса душ, аяҡты һалҡын һыу менән сайҡатыу – иммунитетты әүҙемләштереүҙең иң яҡшы сараһы. Әммә табиптар, һалҡын һыу менән артыҡ мауығырға кәңәш итмәй.
  • Ауыр физик көсөргәнеш һалҡын миҙгелдә иммунитетты ҡаҡшата. Тимәк, еңел физик күнегеүҙәр генә эшләргә мөмкин.
  • Йыш ҡына әйтәм тигәндә ҡапыл берәй һүҙ иҫкә төшмәй ҙә ҡуя. Үҙегеҙҙе хәтерегеҙ юҡлыҡта ғәйепләмәгеҙ, иҫкә төшөрөргә тырышып көсөргәнергә лә кәрәкмәй. Ә инде бындай хәл яуаплы сарала килеп тыуһа, ниндәйҙер яҡшы нәмәне иҫкә төшөрөргә тырышығыҙ, бер нисә минут тәрән итеп тын алығыҙ. Кәрәкле мәғлүмәт үҙенән-үҙе хәтер төпкөлөнән килеп сығыр.
  • Хәтер насарайыуға юмор менән ҡарарға өйрәнегеҙ. Мәҫәлән, Фаина Раневская әйтеүенсә, “склерозды дауалап булмай, әммә уны оноторға мөмкин”.
  • Кеше ни тиклем олораҡ, уға шул тиклем күберәк хәтерен нығытыу зарур. Күберәк китеп уҡырға, көндәлек алып барырға, шиғыр ятларға, яңы көнкүреш техникаһын үҙләштерергә һ.б. Нимә эшләмәй, шул үлә – был принцип мейегә лә ҡағыла. Мейене мөмкин тиклем күберәк эшләтергә тырышырға кәрәк.

 Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас