

Калинин район суды урындағы кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығара. Ул транспорт сараһы менән идара иткәндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепле тип табылды, водитель кеше һаулығына ауыр зыян килтергән.
БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың декабрендә «НефАЗ» маркалы автобус водителе пассажирҙар йөрөткән.
«Стеклонит» туҡталышында граждандарҙы төшөргәндә ул, ишектең тулыһынса ябылыуын көтмәйенсә, транспорт сараһы хәрәкәтен башлай. Ошо мәлдә 87 йәшлек ир ҡолап төшә һәм артҡы тәгәрмәсе аҫтында ҡала, ә ғәйепләнеүсе маршрутты дауам итә. Аварияла зыян күреүсе уң ҡулы өҙөлә.
Суд уны шартлы рәүештә 2 йыл да 3 айға иркенән мәхрүм итә.