Даирә
+30 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Ноябрь 2025, 11:43

Ашағандан һуң сәй эсмәгеҙ

Бындай ғәҙәт күптәрҙә бар, әммә диетологтар сәй эсеүҙән тыйылып торорға кәңәш итә.  

Ашағандан һуң сәй эсмәгеҙАшағандан һуң сәй эсмәгеҙ
Ашағандан һуң сәй эсмәгеҙ

1. Был тимер үҙләшеүенә ҡамасаулай

Сәйҙәге танин тимерҙе аҙыҡтан, бигерәк тә ит, бауыр һәм ҡарабойҙайҙан ҡанға эләгергә бирмәй. Һөҙөмтәлә был анемия хәүефенә һәм на­сар кәйефкә килтерә. Тимергә бай аҙыҡ ашаһағыҙ, сәйҙе кәм тигәндә 40 минут­ҡа ҡалдырығыҙ.

2. Ашҡаҙан һутын «шыйығайта»

Ашағандан һуң шыйыҡсаның ҙур кү­лә­ме ашҡаҙан һуты концентрацияһын кә­метә. Аҙыҡ-түлек яйыраҡ эшкәртелә. Аш­ҡаҙанды әҙерләү өсөн ашар алдынан бер стакан һыу эсегеҙ. Ә һуңынан уға эш­ләргә мөмкинлек бирегеҙ.

3. Аш һеңдереүҙе әкренәйтә

Аҙыҡ, ауырлыҡ тыуҙырып, ашҡаҙанда оҙағыраҡ тора. Ашағандан һуң иң яҡ­шы­һы - еңелсә йөрөү йәки 10-15 минут тик ултырыу.

4. Витаминдар үҙләштереүен кәметә

Сәй B төркөмөндәге мөһим витаминдарҙы (B1, B12) Һәм C витаминын һеңдереүҙе насарайта. Витамин комплекста­рын, емеш-еләкте сәй эскәндән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс кенә ашағыҙ.

5. Ашҡаҙанды ярһыта

Ашағандан һуң ҡайнар һәм ҡаты сәй - ашҡаҙан лайлаһына икеләтә көс. Ул айырыуса гастрит булғандар өсөн хә­үеф­ле. Ҡаты һәм ҡайнар булмаған сәй эсегеҙ.

НИСЕК ДӨРӨҪ?

Сәйҙән баш тартмағыҙ - уны аҡыл ме­нән эсегеҙ. Ашағандан һуң 30-40 минут көтөгөҙ. Был ваҡыт эсендә ашҡаҙанда аш һеңдереүҙең төп этабы тамамланасаҡ, һәм сәй ҡамасауламаясаҡ.
Шул саҡта һеҙ яратҡан эсемлегегеҙҙән тик файҙа ғына аласаҡһығыҙ һәм ул аш һеңдереүгә зыян килтермәйәсәк.

Автор:
Читайте нас