Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Ноябрь 2025, 08:05

Үҙ белдегең менән дарыу эсергә ярамай!

 Ҡайһы саҡта берәй ер ауырта башлаһа, дарыу ҡаба башлайбыҙ. Ә дарыуҙың кире йоғонтоһа булыуы хаҡында онотабыҙ.

Үҙ белдегең менән дарыу эсергә ярамай!Үҙ белдегең менән дарыу эсергә ярамай!
Үҙ белдегең менән дарыу эсергә ярамай!

Ҡайһы саҡта берәй ер ауырта башлаһа, дарыу ҡаба башлайбыҙ. Ә дарыуҙың кире йоғонтоһа булыуы хаҡында онотабыҙ. Ғөмүмән, дарыуҙы табип тәғәйенләргә тейеш, ә үҙ белдегең менән эсергә түгел.

  Мәҫәлән, белгестәр әйтеүенсә, парацетамолдың тәүлегенә рөхсәт ителгән дозаһы ғына ла (4 г) ҡаты ағыуланыуға һәм бауырҙың токсиндар менән ныҡ зарарланыуына килтереүе ихтимал. Был дозаның ике тапҡырға артыуы бауырға ныҡ зыян килтерә, хатта аҙағы насар тамамланыуы ла бар. Ҡыҫҡаһы, ҡарап тороуға бер ниндәй зыяны  булмаған дарыуҙарҙың  сәләмәтлекте етди ҡаҡшатыуы мөмкин.

  Аспириндың ауыртыуҙы баҫыу үҙенсәлеге бер нисә сәғәт кенә дауам итә, ә ҡанды шыйығайтыу һөҙөмтәһе – бер нисә тәүлек. Был иһә оҙаҡҡа һуҙылған яраларҙың асылып, ҡанһырауына килтереүе менән хәүефле.

Ҡайһы бер табиптар атеротромбозды, йөрәктең коронар ауырыуын һәм яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен иҫкәртеү өсөн  аспирин эсергә тәҡдим итә. Әммә, тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә,  был тәҡдим инсульт үткәргән кешеләргә генә ярай.

  Бер төймә аспириндың организмға бер нисә тәүлек йоғонто яһауын иҫәпкә алғанда, был ваҡытта етди көс күнекмәләренә тотоноу ҡәтғи тыйыла.  «Колдрекс» эскәндән һуң да спорт залына барыу тураһында һүҙ алып барырға ярамай.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим!

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас