

*Аҡһыл арҡыры һыҙыҡтар – хроник полиартрит һәм эсәк ауырыуҙары билдәһе. Әгәр ҙә ул һыҙыҡтар һорғолт төҫтә икән, тимәк, бөйөрҙәр бигүк сәләмәт түгел.
*Сәғәт быялаһы кеүек ҡабарып торған тырнаҡтар үпкә сире тураһында хәбәр итә.
*Тырнаҡтар күгәрһә, тиҙерәк кардиологҡа күренегеҙ. Йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын тикшертергә кәрәк.
*Үтә ҡыҙыл тырнаҡтар гипертония тураһында һөйләй.
Һары таптар һәм тырнаҡтарҙың һары төҫө матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, бауыр ауырыуҙарҙы хаҡында иҫкәртә.
Тырнаҡтағы аҡ таптар ҡандағы шәкәр кимәлен тикшертергә көрөклеген белдерә. Шәкәр кимәле нормала булһа, тимәк, организмға А, С, Е витаминдары һәм кальций, тимер , цинк етмәй.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.