Даирә
+24 °С
Дождь
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Ноября 2025, 09:21

Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлде бөтөрә

Һуған ҡайнатмаһы –хәлде алыусы оҙайлы йүтәлде  дауалау өсөн бик тәмле, файҙалы һәм һөҙөмтәле дауалау сараһы. Уны әҙерләү өсөн өс уртаса ҙурлыҡтағы һуған алына.

Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлде бөтөрәОҙаҡҡа һуҙылған йүтәлде бөтөрә
Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлде бөтөрә

 Һуғанды ит үткәргестә үткәрергә һәм бер стакан шәкәр ҡушып болғатып, ярты сәғәт төнәтергә. Артабан утҡа ҡуйып, ҡайнатманы болғата-болғата талғын утта 10 минут ҡайнатырға. Бер аҙ һыуынғас,  бер ҡалаҡ бал ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Әҙер  шифалы дарыуҙы һыуытҡыста һаҡларға.  Йүтәлдән көнөнә 4 – 5 тапҡыр берәр ҡалаҡ ашарға кәңәш ителә. Балаларға дозаһын кәметергә мөмкин.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:
Читайте нас