

* Бер ҡалаҡ балға бер ҡалаҡ тоҙ ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Ошо ҡатнашманы етен йә кизе-мамыҡ туҡымаға һалып, ауыртҡан урынға ябырға һәм йылы итеп уратып ҡуйырға. Компресты ауыртыу баҫылғанға тиклем көн һайын төнгөлөккә эшләргә кәңәш ителә.
* 200 г һарымһаҡҡа 500 г мүк еләге ҡушып, ит үткәргес аша үткәрергә һәм 1 кг бал ҡушырға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр балғалаҡ ҡабырға.
* Өс ҡалаҡ камфара майына, бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ гәрсис ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашманы кәбеҫтә япрағына һалып, ауыртҡан урынға ябырға һәм 3 – 4 сәғәт тоторға.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.