Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Ноябрь 2025, 09:41

Стоматология кабинеты эшләй

Республикала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Юғарыға ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә «Сәләмәт йылмайыу» проекты сиктәрендә 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асылды.

Стоматология кабинеты эшләйСтоматология кабинеты эшләй
Стоматология кабинеты эшләй

Беҙҙең районда Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһы, Прибельский һәм 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәптәре уҡыусыларына ла ошондай бәхет йылмайҙы.
Бына бер йылға яҡын инде гимназия уҡыусыларын һәм уҡытыусыларҙы тәжрибәле теш табибы Регина Ғүмәрова ҡабул итә.
- Эшемде яратып башҡарам, балаларға ярҙам итә алыуым күңелгә йылылыҡ өҫтәй. Уҙған йылдың декабрь айынан әлеге көнгә тиклем 270 баланың, 30 хеҙмәткәрҙең тештәрен дауаланым, барлығы 1200 кешенең тештәрен тикшерҙем, - ти Регина Фаил ҡыҙы.
Гимназияла белем алған уҡыусылар һәм унда эшләгән педагогтар бындай уңайлыҡтың мөһимлеген билдәләй.
- Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тәҡдиме менән һәр мәктәптә теш дауалау кабинеты булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан проект бик кәрәкле. Ул уҡыусыларҙың һаулығын тикшереп, сирҙе ваҡытында дауалау мөмкинлеге бирә. Заманса уңайлы шарттары һәм ҡорамалдары булған теш кабинетына балалар ҙа теләп йөрөй, - ти гимназия уҡытыусыһы Флүрә Мөхәмәтйәнова.
Республика Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
- Иң ҙур мәктәптәрҙә хәҙер заманса стоматология кабинеттары бар. Уларҙа тәжрибәле теш табиптары эшләй. Шуға күрә уҡыусыларға мөрәжәғәт итәм: теш дауаларға ҡурҡмай барығыҙ һәм мәктәпте тамамлағанда матур тештәрегеҙ менән йылмайып сығығыҙ.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас