

Был емеш башҡа витаминдарға, шулай уҡ антиоксиданттарға һәм майлы кислоталарға ла бай. Улар тирене сәләмәт һәм йәш көйө һаҡларға ярҙам итә.
Һырғанаҡ менән баллы сәй – иң яҡшы антидепрессант. Быны ғалимдар иҫбатлаған. Шулай уҡ бик яҡшы ялҡынһыныуға ҡаршы тороу сараһы. Өҫтәүенә, үҙе бик тәмле лә!
Сәй әҙерләү өсөн 150 г һырғанаҡ, ике ҡалаҡ ҡара сәй, ике ҡалаҡ бал һәм 500 мл һыу кәрәк.
Емештәрҙе яҡшы итеп йыуып, 2/3 өлөшөн ҡалаҡ менән иҙегеҙ. Сәйнүккә ошо иҙмәне һәм ҡалған емештәрен һалып, ҡара сәй өҫтәп, ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Сәйнүкте туҡыма менән урап, 10 – 15 минут тотоғоҙ. Әҙер булғас, сынаяҡҡа ҡойоп, бал ҡушып эсергә мөмкин. Уны шулай уҡ ҡара сәй ҡушмай ғына ла әҙерләргә мөмкин.
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2025-11-03/yr-ana-vitamindar-sy-ana-y-4451481