Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Ноябрь 2025, 14:24

Табиптар пациенттың күҙенән тимер киҫәген ала

 Операцияның уңышлы үтеүе тураһында баш ҡаланың 8-се дауаханаһы табиптары һөйләне. 

Табиптар пациенттың күҙенән тимер киҫәген алаТабиптар пациенттың күҙенән тимер киҫәген ала
Табиптар пациенттың күҙенән тимер киҫәген ала

 Операцияның уңышлы үтеүе тураһында баш ҡаланың 8-се дауаханаһы табиптары һөйләне. 

   40 йәшлек ир өйҙә  төҙөлөш эштәре менән була. Балға менән эшләгән ваҡытта тимер киҫәге тура күҙенә эләгә.   Күҙе шунда уҡ ҡыҙарып, ялҡынһынып сыға. Компьютер томографияһы уның күҙендә 3х2 мм ҙурлығындағы тимер киҫәге булыуын күрһәтә.

  Микрохирургия бүлеге офтальмологтары пациенттың күҙенә һәм күреү һәләтенә зыян килтермәй генә уны алыуға өлгәшә.

Фото:Башинформ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас