Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
30 Октябрь 2025, 09:37

Һырғанаҡ сәйе — иң яҡшы антидепрессант

Һырғанаҡ – витаминдар сығанағы. Унда файҙалы С витамины  цитрус емештәрендәгенә ҡарағанда – ике тапҡырға, ә Е витамины бойҙай майындағына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.

Һырғанаҡ сәйе — иң яҡшы антидепрессантҺырғанаҡ сәйе — иң яҡшы антидепрессант
Һырғанаҡ сәйе — иң яҡшы антидепрессант

Һырғанаҡ – витаминдар сығанағы. Унда файҙалы С витамины  цитрус емештәрендәгенә ҡарағанда – ике тапҡырға, ә Е витамины бойҙай майындағына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.

 Был емеш башҡа витаминдарға, шулай уҡ антиоксиданттарға һәм майлы кислоталарға ла бай. Улар тирене сәләмәт һәм йәш көйө һаҡларға ярҙам итә.  

Һырғанаҡ менән баллы сәй – иң яҡшы антидепрессант.  Быны ғалимдар иҫбатлаған. Шулай уҡ бик яҡшы ялҡынһыныуға ҡаршы тороу сараһы. Өҫтәүенә, үҙе бик тәмле лә!

Сәй әҙерләү өсөн 150 г һырғанаҡ, ике ҡалаҡ ҡара сәй, ике ҡалаҡ бал һәм 500 мл һыу кәрәк.

Емештәрҙе яҡшы итеп йыуып, 2/3 өлөшөн ҡалаҡ менән иҙегеҙ. Сәйнүккә ошо иҙмәне һәм ҡалған емештәрен һалып, ҡара сәй өҫтәп, ҡайнар һыу ҡойоғоҙ.  Сәйнүкте туҡыма менән урап, 10 – 15 минут тотоғоҙ.  Әҙер булғас, сынаяҡҡа ҡойоп, бал ҡушып эсергә мөмкин. Уны шулай уҡ ҡара сәй ҡушмай ғына ла әҙерләргә мөмкин.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас