

*Дүрт өлөш тал ҡайыры, бер өлөш ҡайын еләге тамыры, ике өлөш мәтрүшкә алып, 500 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм биш сәғәт төнәтергә. Әҙер төнәтмәне бер көндә эсеп бөтөрөргә. Иң һуңғыһын йоҡларҙан өс сәғәт алда эсергә.
*Бер өлөш мәтрүшкә, бер өлөш гөлйемеш япрағы, ике өлөш ҡайын еләге япрағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм бер сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, бер көн дауамында эсергә. Төнгөлөккә ошо төнәтмә менән аяҡтарҙы ыуырға мөмкин.
*Бер үк күләмдә гөлйемеш менән мәтрүшкә алып, сәй урынына бешереп эсергә.
*Петрушка тамырын ит үткәргес аша үткәреп, ике стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм туғыҙ сәғәт төнәтергә. Һөҙөп алып, бер лимон һуты ҡушып бутарға. Ике көн буйы ошо төнәтмәне 1/3 стакан эсергә. Һуңынан өс көн эсмәй торорға һәм унан һуң тағы ике көн эсергә. Дауаланыу курсы – бер ай.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.