Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Октябрь 2025, 04:17

Сәләмәт булғығыҙ килһә...

Һаулыҡ хаҡында даими хәстәрлек күреп тороу кәрәк. Бының өсөн белгестәр дөрөҫ туҡланырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, спорт менән дуҫ булырға кәңәш итә. Сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһаусы башҡа сәбәптәр ҙә бар икән. 

Сәләмәт булғығыҙ килһә...Сәләмәт булғығыҙ килһә...
Сәләмәт булғығыҙ килһә...
  1. Ҡосаҡлашыу.

 Йоҡлар алдынан яратҡан кешене ҡосаҡлап, һеҙ  организмығыҙға –  иркен тын алырға, ә мейегә  проблемалар хаҡындағы уйҙарҙан арынырға  булышлыҡ итәһегеҙ.  Йоҡо ла күпкә тыныс һәм нығыраҡ буласаҡ.

  1. Бесәй

Кемдең өйөндә дүрт аяҡлы бындай дуҫы бар, уларҙың йөрәк менән бәйле проблемалары  –  ике тапҡырға, инфаркт кисереү хәүефе  өс тапҡырға кәмерәк.

  1. Йәйәү йөрөү

Көн һайын бер нисә саҡырым атлап үтеү ҡан тамырҙарын, үпкәне, мускулдарҙы нығыта.  Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса,  күкрәк яман шеше менән ауырыу хәүефен ¼ тапҡырға кәметә.

  1. Әфлисун һуты

Даими рәүештә был һутты эсеү остеопороздан  һәм һимереүҙән һаҡлай.

  1. Бал

Был тәбиғи аҙыҡ баш мейеһенең эшмәкәрлеген яҡшырта, хәтерҙе нығыта. Шунлыҡтан ул ололар өсөн дә, баларға ла берҙәй файҙалы.

  1. Диңгеҙ

Статистика буйынса, диңгеҙгә яҡын йәшәгән кешеләр  әүҙем тормош алып бара һәм стресҡа бирешеп бармай. Сағыштырмаса улар һирәгерәк ауырый ҙа.

  1. Һыу

Организмға көнөнә 8 стакан һыу  талап ителә. Тимәк,  эске килмәһә лә эсергә кәрәк. Әгәр ҙә һыуһағанығыҙҙы тояһығыҙ икән,  организм дөйөм ауырлыҡтан бер процент һыуҙы юғалтҡан тигән һүҙ. Ә ун процентты юғалтыу ғүмер өсөн хәүефле булыуы ихтимал.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
 
Йәшлек гәзитенән.
Автор:
Читайте нас