

Ул минераль матдәләргә, витаминдарға, тәбиғи антиоксиданттарға бик бай. Әммә уның төп үҙенсәлеге – орлоғоноң 35 процент самаһы шифалы майҙан тороуында. Гәрсис майын алыу өсөн орлоғон ҡабығынан таҙарталар һәм ҡыҙҙырып, преста ҡыҫалар.
Киң билдәле аш тәмләткесте уның орлоғонан йәки майын һығып алғандан һуң ҡалған һығынтыһынан эшләйҙәр. Ул һәр саҡ популяр булған. Байҙарҙың да, ярлыларҙың да өҫтәлендә төп урынды биләгән. Орлоғон он хәленә еткәнсе ваҡларға XVIII быуатта ғына өйрәнгәндәр. Уға тиклем орлоғон бөтәү йә ҙур итеп ваҡланған килеш ҡулланғандар. Йылдар үтеү менән гәрсис әҙерләү рецебы камиллаша барған. Был йәһәттән француз ашнаҡсылары үҙҙәрен бөтә донъяға танытҡан.
Гәрсисте аш тәмләтеү өсөн генә түгел, дауалау сараһы булараҡ та ҡулланғандар. Уның организмды эстән ҡыҙҙырыу үҙенсәлеге асыҡлаҡланғас, шарапҡа ҡушҡандар, тамаҡты сайҡатҡандар, арҡаға япҡандар, аяҡтарҙы йылытҡандар, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарына ҡаршы файҙаланғандар. Боронғо грек табибы Диоскорид төрлө хроник ауыртыуға ҡаршы гәрсис япмаларын ҡулланырға кәңәш иткән.
Әлеге ваҡытта уның мускулдарҙың, нервы системаһының эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһауы билдәле, матдәләр алмашыныуын, күҙәнәктәрҙең үҫеүен көйләй. Гәрсис орлоғо микробтарға ҡаршы тороу көсөнә эйә, ашҡаҙан-эсәк трактының микрофлораһын яҡшырта, организмдан токсиндарҙы сығара, тештең эмален нығыта, кәүҙә ауырлығының кәмеүенә булышлыҡ итә.
Гәрсис майы йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыу хәүефен кәметә, шул иҫәптән – атеросклероз менән тромбозды. Ул организмдың ҡартайыу процесын тотҡарлаусы, енси функцияларын көсәйтеүсе, яман шеш ауырыуының барлыҡҡа килеүенә тотҡарлыҡ яһаусы матдәләргә бай.
Бала саҡта кемгә генә көслө йүтәл йонсотҡанда горчичник ҡуйманылар икән?! Уның ҡыҙҙырыуынан түҙеп кенә булһасы!.. Бер нисә минутта тире ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙарып килеп тә сыға. Был горчичникты йылы һыуға манып алғанда гәрсис орлоғоноң шәкәргә, әсе көкөртлө калий тоҙона һәм гәрсис майына тарҡалыуынан барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә горчица ҡуйылған урында ҡан әйләнеше яҡшыра. Өҫтәге тире ҡатламында ғына түгел, ә аҫтараҡ урынлашҡан ауырыу органда ла ҡан шәберәк йөрөй башлай. Шунлыҡтан ундағы ялҡынһыныу процесы кәмей һәм ауыртыу баҫыла.
Горчичникты бронхиттан, үпкә ауырыуҙарынан ғына түгел, миозиттан, нефриттан, мускулдар, нервы, нервы бөтөмдәре радикулитынан һәм башҡа ауырыуҙарынан да уңышлы файҙаланалар.
Әгәр ҙә горчичникты үксәгә һалып, йылы ойоҡбаш кейеп ҡуйғанда, башланып ҡына торған тымауҙан ҡотлорға була. Тик уларҙы ике сәғәттән ашыу тоторға ярамай, тиренең янып сығыуы бар. Горчичникты алғас, шәп-шәп итеп атлап йөрөп алырға онотмағыҙ. Иртән тороуығыҙға тымауҙың эҙе лә ҡалмаҫ.
Бронхит, пневмония, ревматизм, радикулиттан гәрсис ванналары ярҙам итә. Бының өсөн 250 – 400 г гәрсис онон ҡуйы бутҡа хәленә килгәнсе йылы һыу ҡушып, яҡшы итеп иҙергә. Әҙер булғас, йылы һыу тултырылған ваннаға һалырға һәм 5 – 6 минут шунда ятырға. Һуңынан йылы душ аҫтында сайынып, йылы юрғанға уранып ятырға.
Көслө йүтәлдән бер ҡалаҡ гәрсис онона бер ҡалаҡ бал һәм бер ҡалаҡ көнбағыш майы ҡушып, йәймә әҙерләргә мөмкин. Барыһын бергә ҡушып бутап, шуны йәйеп түшкә ҡуйырға. Өҫтөнән целофан йә таҫтамал ябырға. Ул бик яҡшы йылыта. Бер үк ваҡытта арҡаға ла ошондай уҡ йәймәне ябырға мөмкин. Уларҙы түҙә алғансы тоторға, тик ярты сәғәттән артыҡ ярамай.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.