Даирә
+21 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Октябрь 2025, 17:17

Аш юлында бүҫер нилектән барлыҡҡа килә?

 Ҡағиҙә булараҡ, ул тыумыштан булмай, ә йәшәү дәүерендә барлыҡҡа килә.

Аш юлында бүҫер нилектән барлыҡҡа килә?Аш юлында бүҫер нилектән барлыҡҡа килә?
Аш юлында бүҫер нилектән барлыҡҡа килә?

 Ҡағиҙә булараҡ, ул тыумыштан булмай, ә йәшәү дәүерендә барлыҡҡа килә.

  Бүҫерҙең барлыҡҡа килеүенә аш юлының тыумыштан ҡыҫҡа булыуы, диафрагма тишегенең  киңәйеүе,  туҡымаларҙың һығылмалылығын юғалтыуға булышлыҡ итеүсе  факторҙар (йәш,  эндокрин ауырыуҙар),  физик эш,  ауыр күтәреү, һимереү, ауырға ҡалып бала табыу  сәбәпсе булыуы ихтимал.

Бындай диагноз ҡуйылған икән, үҙегеҙгә һаҡланыу сараһын күреү мөһим. Иң беренсе сиратта артыҡ күп ашауҙан тыйылырға, кәүҙә ауырлығын кәметергә кәрәк.  Йоҡлағанда  башығыҙ ҡалҡыуыраҡ урында ятһын.  Киске ашты йоҡларҙан өс сәғәт алда ашау кәңәш ителә. Төнгөлөккә эҫе аштан һәм алкоголдән баш тартығыҙ.

Эске ҡорһаҡ баҫымын кәметеү өсөн  ашағандан һуң ятырға ярамай, ә йөрөргә тырышығыҙ. Шулай уҡ эс ҡатыуға юл ҡуймағыҙ.

5 килограмдан ауыр әйбер күтәрергә ярамай.  Көсәнеү һәм эйелеп эшләү ҙә тыйыла.  Тығыҙ кейем кейеп йөрөргә лә кәңәш ителмәй.

Был ауырыуҙы ниндәйҙер дарыуҙар менән генә дауалап булмай. Операция ла яһап бармайҙар, сөнки ул еңел түгел. Хәлегеҙ бик киҫкенләшеп киткән ваҡытта ғына хирургик ысул менән дауалауҙы тәҡдим итеүҙәре бар.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас