Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Октябрь 2025, 04:43

БУҘА ҠОЙОУ РЕЦЕБЫ

Буҙа эскән, сырхау белмәҫ.    

БУҘА ҠОЙОУ РЕЦЕБЫБУҘА ҠОЙОУ РЕЦЕБЫ
БУҘА ҠОЙОУ РЕЦЕБЫ

Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған буҙа менән һыйлау.

Беҙгә килгән ҡунаҡтар

Ауыҙ итә буҙанан

Һоло,арпа буҙаһы бар,

Беҙ эшләнек һолонан.

3 литр һыуыҡ һыуға, 0,7 литрлык банка менан "Геркулес" ярмаһы һалып, 5-10 минут ултыртып бүрттерергә. Талгын утта 1 сәғәт ҡайнатырға, 1 ҡалаҡ аҡ май һалырга, бер туктыуһыҙ болғап торорға. Бер сәғәт үткәс, кисель һымак массаны иләк аша һөҙөргә, һәм һыуытырға ҡуйырға.
Һыуытылған массаға 1-2 стакан магазин ҡымыҙы, 1 стакан шәкәр өҫтәп бутарға, 1 тәүлеккә йылы урынға ултырытып ҡуйырға.
Теүәл бер тәүлектән, теленде йоторлоҡ башҡорт милли эсемлеге әҙер буласаҡ!

 

https://tamasha-rb.ru/articles/khal-ym-auly-y-ilem-bayly-y/2025-10-09/bu-a-oyou-retseby-4421536

 

Автор:
Читайте нас