

Һырғаныҡтың көсө ниҙә?
С витамины әфлисундарға ҡарағанда 10 тапҡырға күп – иммунитетты нығыта, елһенеүҙе кәметә, тиренең ҡартайыуын яйлата.
Е витамины һәм каротиноидтар – тиренең һығылмалығын һаҡларға ярҙам итә.
Омега-7 – бик һирәк осрай торған кислота, ул лайлалы тиресәләрҙе тергеҙә, тире һәм ашҡаҙан-эсәк юлына ыңғай йоғонто яһай.
В төркөмө витаминдары – нервы системаһы, дәрт һәм татлы йоҡо өсөн кәрәк.
Антиоксиданттар һәм флавоноидтар – елһенеүҙе кәметә, ҡан тамырҙарын нығыта, йәшкә бәйле ауырыуҙарҙы булдырмаҫҡа булышлыҡ итә.
Һырғанаҡ ни өсөн 40-45 йәштән үткәндәр өсөн файҙалыраҡ?
Сөнки организм витаминдарҙы ауырыраҡ үҙләштерә, стресҡа тиҙ бирешә, тире һығылмалығын юғалта.
Һырғанаҡ:
ҡан тамырҙарын һәм йөрәкте нығыта
тире, сәс, тырнаҡ торошон яҡшырта
гормондар балансын тота
күҙәнәктәрҙең ваҡытынан алда ҡартайыуын һаҡлай
организмдың һаҡланыу көсөн арттыра.
Нисек ҡулланырға?
Һырғанаҡ майы – көнөнә 1 балғалаҡ эсергә (курс менән, бигерәк тә көҙ-өыш осоронда);
Һырғанаҡ емеше – үҙен генә йәки бутҡаға, смузи, сәйгә ҡушып ашағыҙ;
Һырғанаҡ һәм балдан сәй – тәмле һәм ауырығандан һуң көс йыйырға ярҙам итә;
Һырғанаҡ битлектәре – бит һәм баш тиреһенә эшләргә була, һырғанаҡ майын кремға ҡушып, тиреһе кипкән ҡулға һөртөргә мөмкин.
Гастрит, юғары кислоталылыҡ булғанда һаҡ ҡулланырға. Ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙары булғанда һырғанаҡ ҡулланыу кәңәш ителмәй. Емешкә аллергия булғанда ла һаҡ булығыҙ.
Ә һеҙ һырғанаҡ яратаһығыҙмы?
https://vk.com/public215622371?w=wall-215622371_13691