

Ҡарлыманбаш ауылы бәләкәй генә ауыл булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп матурлана, күркәмләнә, халыҡҡа мөмкинлектәр барлыҡҡа килә бара, бик күп объекттар төҙөлә.
Күптән түгел ауылда Абдулла мәсете үҙ ишектәрен асты. Уҙған аҙнала ауыл халҡы тағы ҙур ҡыуаныс кисерҙе - бында “Һаулыҡ һаҡлау” маҡсатлы милли проект сиктәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы булды. Ауыл кешеләренең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, уның урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлия Краснова, Өфө ҡалаһының 21-се дәүләт клиник дауаханаһының дауалау эштәре буйынса баш табибы урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник-эксперт эше буйынса штаттан тыш баш белгесе Ольга Усатова, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Феликс Сакаев килде.
Бөгөнгө көндә районда проектты тормошҡа ашыра башлағандан алып 17 фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтә заман талаптарына яуап бирә: ауыл халҡына сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Процедура, тикшереү, дарыу һаҡлау һәм башҡа кабинеттар бар. Бәҙрәф тә бина эсендә. Инвалидтар өсөн пандустары булған күтәрмә бар.
- Быйыл күп кенә ауыл халҡы күптән көтөлгән объекттары барлыҡҡа килеүенә шатланасаҡ. Ағымдағы йылда районда биш ФАП үҙ ишектәрен асты. Бынан тыш, Олокүл ауылында табип амбулаторияһын төҙөү буйынса эштәр тамамлана. Быларҙың барыһы ла милли проектты тормошҡа ашырыу арҡаһында барлыҡҡа килде. Яңы медицина учреждениеһында халыҡҡа планлы, кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә шарттар бар. Электр уты, эҫе һәм йылы һыу үткәрелгән. Һәр кемдең сәләмәт булыуын теләйем. Һеҙгә фельдшер-акушерлыҡ пунктына сирҙе иҫкәртеү маҡсатында - диспансерлаштырыу һәм диспансер күҙәтеүе үтергә генә яҙһын. Ауырыуҙы иҫкәртеү өҙлөгөүҙәрҙе дауалауға ҡарағанда күпкә еңелерәк, - тип билдәләне Әлфир Фәрхәт улы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлия Краснова Ҡарлыманбаш фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Гөлсинә Бикбулатоваға намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы.
- Яңы медпункт төҙөлөүгә ныҡ шатбыҙ. Тәү сиратта ауыл халҡы өсөн яҡшы, медицина ярҙамы күреү өсөн уларға уңайлы шарттар тыуҙырылды. Эшкә күтәренке кәйеф менән киләбеҙ. Ошондай шарттарҙа ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә беҙгә, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты пункт мөдире Гөлсинә Йәнғәли ҡыҙы.
Гөлсинә Бикбулатова 1987 йылдан медицина өлкәһендә эшләй. Хәҙер инде өс тиҫтәнән күберәк йыл кеше һаулығы һағында тора. Фельдшер-акушерлыҡ пункты өс ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Ҡарлыманбаш, Яңы Ҡуғанаҡ һәм Смоленка ауылдарында 358 кеше йәшәй, шул иҫәптән 40 бала.
- Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуына бик шатбыҙ, ныҡ көткәйнек. Элеккеһе иҫке, һалҡын булды, унда хәҙерге һымаҡ уңайлыҡтар юҡ ине. Яңы ФАП тиҙ арала ҡалҡып сыҡты. Фельдшерыбыҙҙан да уңдыҡ. Көн-төн тип тормай, һәр саҡ беҙгә ярҙамға килергә әҙер. Ауылда оло йәштәгеләр күп, йәш балалы ғаиләләр бар. Республика етәкселегенең ауыл халҡының һаулығын яҡшыртыуға шарттар булдырыуына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ,- ти Ҡарлыманбаш ауылы халҡы исеменән Тутыя Сәйетҡолова.
Ошо уҡ көндө тағы бер ФАП Түбәнге Төкөн ауылында файҙаланыуға тапшырылды. Фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу ауылда оло байрамға әүерелде. Пункт мөдире Рәшиҙә Сәлимгәрәеваның стажы - 30 йыл. Рәшиҙә Ринат ҡыҙы Түбәнге Төкөндә йәшәүсе 380 кешене хеҙмәтләндереп кенә ҡалмай, Алайғыр табип амбулаторияһында акушер вазифаһын да башҡара.
Сара сиктәрендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәшиҙә Ринат ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” күкрәк билдәһе менән бүләкләнде. Был награда Рәшиҙә Ринат ҡыҙының намыҫлы хеҙмәтен һәм юғары профессионализмын лайыҡлы дәлилләй.
Николаевка ауылы халҡы ла бындай шатлыҡлы минуттарҙы кисерҙе. Элек халыҡ мәҙәниәт йортоноң яраҡлаштырылған бинаһында медицина ярҙамы алһа, хәҙер үҙәк урамда яҡшы, заманса, йылы, яҡты бина ҡалҡып сыҡты.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты менән фельдшер Марина Степанова етәкселек итәсәк. Ул Ульяновка һәм Николаевка ауылдарынан 800-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.
Хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне өсөн фельдшер Марина Степанова Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан Рәхмәт хаты алды.
Үҙ эштәренә бик яуаплы ҡараған, ипле, эштәрен яҡшы белгән, пациенттарға һәйбәт мөғәләмәлә булған ауыл фельдшерҙарына артабан да уңыштар юлдаш булһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.