Даирә
+21 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Октябрь 2025, 09:52

Һарымһаҡты ҡыҙҙырып ашайһығыҙмы?

Ҡыҙҙырылған һарымһаҡты өс көнгә бер тапҡыр ашарға кәрәк. Ул — бик көслө тәбиғи антибиотик.

Һарымһаҡты ҡыҙҙырып ашайһығыҙмы?Һарымһаҡты ҡыҙҙырып ашайһығыҙмы?
Һарымһаҡты ҡыҙҙырып ашайһығыҙмы?

Ашағандан һуң бер тәүлек үткәс тә уның организмға тәьҫире һаҡлана. Әлеге йәшелсә организмдағы паразиттарҙы үлтерә, токсиндарҙан ҡотолорға булыша. Бының өсөн: уны табала ҡыҙҙырып йә бешереп ашарға кәрәк. Шулай әҙерләгәндә еҫе лә булмай, файҙалы үҙенсәлектәре лә һаҡлана, тулыһынса үҙләштерелә лә.

Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ҡандағы холестерин күләмен кәметә, ашҡаҙан-эсәк трактын, артерияларҙы таҙарта, ҡан баҫымын көйләй. Ашҡаҙаны ауыртҡан кешеләргә лә зыяны юҡ. Ябығырға теләүселәргә лә уны ашарға кәңәш ителә, сөнки ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта.

Һарымһаҡты ашағандан һуң күп итеп шыйыҡса эсегеҙ.

 

https://ejansura.ru/news/faiza/2025-09-26/arym-a-ty-y-yryp-ashay-y-y-my-4402705

 

Автор:
Читайте нас