Иртәнсәк кефирлы коктейль эсегеҙ – был аш һеңдереүҙе яҡшыртыу, эс ҡатыуҙан һәм артыҡ майҙан ҡотолоуҙың ябай ысулы.
Файҙалы коктейль әҙерләү өсөн өсөн биш – ете бөртөк ҡара емеш (чернослив), ике аш ҡалағы һоло яҫмығы, бер стакан кефир йәки майһыҙ йогурт, бер аш ҡалағы етен майы, бер балғалаҡ какао-порошок кәрәк.
Әҙерләү барышы:
Ҡара емештең өҫтөнә 100 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 10-15 минутҡа ултыртып тороғоҙ;
Айырым һауытта һоло, какао һәм етен майын бутағыҙ;
Уларға кефир өҫтәгеҙ һәм һәйбәт итеп болғатығыҙ;
Бүрткән ҡара емеште ваҡ итеп турап, ҡатнашмаға өҫтәгеҙ;
Тағы бер тапҡыр болғатығыҙ һәм төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Һыуыҡ ризыҡ яратмаһағыҙ, бүлмә температураһында, һалҡынсараҡ урында ҡалдырырға ла мөмкин.
Тәмле лә, файҙалы ла иртәнге ризыҡ әҙер. Сәләмәт булығыҙ, файҙаһын күрегеҙ!
"Тормош өйрәтә ул" төркөмөнән алынды.