Даирә
+28 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Сентябрь 2025, 11:42

Башҡортостанда сир йоҡтороу осраҡтары ҡырҡа артты

Республикала эпидемик миҙгел башланды.    

Башҡортостанда сир йоҡтороу осраҡтары ҡырҡа арттыБашҡортостанда сир йоҡтороу осраҡтары ҡырҡа артты
Башҡортостанда сир йоҡтороу осраҡтары ҡырҡа артты

Һуңғы аҙнала республикала 30 меңдән ашыу кеше киҫкен респиратор инфекция йоҡторған, уларҙың 47,8% 14 йәшкә тиклемге балаларға тура килә, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзор идаралығынан. Уҙған аҙна менән сағыштырғанда сирлеләр 47,4 % күберәк.

Республикаға грипҡа ҡаршы 505 540 доза вакцина килтерелгән. 17 сентябргә 464 меңдән ашыу кешегә прививка яһалған. Күҙәтеү ведомствоһында иҫкәртеү саралары тураһында онотмаҫҡа һәм прививка яһатырға саҡыралар.

https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-09-22/v-bashkirii-rezko-vyroslo-chislo-zabolevshih-4397171

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас