Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Сентябрь 2025, 09:17

Шәрипҡол ауылында - яңы ФАП

Ошо көндәрҙә Шәрипҡол ауылында заманса өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде.

Шәрипҡол ауылында - яңы ФАПШәрипҡол ауылында - яңы ФАП
Шәрипҡол ауылында - яңы ФАП

Тиҙ төҙөлә торған фельдшер-акушерлыҡ пункты «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә асылды. Был фельдшерҙарға тағы ла сифатлыраҡ ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә, ә халыҡҡа уңайлы шарттар булдырыла.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты за­манса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналға эшләү уңайлы булһын өсөн кәрәкле барлыҡ йыһаз ҡуйылған. Бында фельдшер кабинеты, ҡатын-ҡыҙҙар бүлмәһе, процедура эшләү, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәләре, санузел, персонал, медикаменттарҙы, йы­йыштырыу өсөн әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн бүлмәләр бар.
Медицина учреждениеһына килгәндә, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ҡабул итеү өсөн иркен һәм яҡты бүлмәләр эшләнгән, шулай уҡ махсус медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Бина электр энергияһы менән йылытыла, эҫе һыу ҙа бар.
- «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын тормошҡа ашырыу ауыл ерендә медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Шәрипҡол ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу - алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәргә йәшәү урынына яҡын квалификациялы ярҙам алыу өсөн мөһим аҙым. Милли проекттың ауыл халҡының һаулығын нығытыуға һәм йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итеүе менән ғорурланабыҙ, - ти Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Феликс Сакаев.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты Шәрип­ҡол, Ивановка һәм Октябрь ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Был биләмәләрҙә 357 кеше, шул иҫәптән 31 бала иҫәпләнә, уларҙың 11-е 14 йәшкә тиклемге балалар. 38 йылдан ашыу ғүмерен медицинаға бағыш­лаған фельдшер Рәүфилә Ғәйнуллина ауыл халҡының һаулығы һағында торасаҡ. Әленән-әле квалификация күтәреү буйынса махсус курстарҙа уҡып, белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй ул.
- Мин яңы ФАП-та эшләй башлауыма шатмын. Бик матур һәм уңайлы. Ауылда заманса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөүе минең өсөн генә түгел, барлыҡ ауыл халҡы өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға булды. Хәҙер халыҡты тулыһынса ҡабул итеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Тейешле медицина ҡорамалдары, йыһаз менән тәьмин ителгән. Иң мөһиме, экг үткәреү һәм шәкәр кимәлен үлсәү өсөн яңы ҡорамалдар ҡайтарылды. Ҡатын-ҡыҙҙарға район үҙәгенә йөрөп сиратта торорға түгел. Улар хәҙер үҙебеҙҙә генә ҡаралыу үтә ала. Бының өсөн гинекология бүлмәһе лә бар. Бөтә анализдарҙы ла үҙебеҙ алабыҙ,- ти Рәүфилә Фән ҡыҙы.
Рәүфилә Ғәйнуллина Ҡустығол ауылында тыуған. Урындағы мәктәпте тамамлағас, 1-се Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамлағас 1987 йылда Шәрипҡол ауылында хеҙмәт юлын башлай. Унда бер йыл эшләгәс, район үҙәгенең бала табыу йортона эшкә алалар. Бер нисә йыл эшләгәндән һуң ғаиләһе менән Салауат ҡалаһына күсеп китәләр. Ләкин тыуған яҡ үҙенә тарта һәм улар 1998 йылда Шәрипҡол ауылына ҡайталар. Рәүфилә Фән ҡыҙы шул йылда уҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй башлай. Ул ваҡытта фельдшер пункты мәктәп интернатының бинаһында урынлашҡан була.
Яҡшы белгес ауыл халҡының абру­йын һәм хөрмәтен яулай. Юғары профессиональ оҫталығы, намыҫлы хеҙмәте һәм эштә өлгәшкән уңыштары өсөн Шәрипҡол фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире-­фельдшер Ғәйнуллина Рәүфилә Фән ҡыҙы «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән бүләкләнде.
- Ауылдаштарымдың ихтирамы һәм ышаныс белдереүе, һаулыҡтарын ышанып тапшырыуҙары һәм етәкселектең хеҙмәтемде юғары баһалағаны өсөн оло рәхмәтемде белдерәм,- ти Рәүфилә Фән ҡыҙы.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктына ауыл хал­ҡы бары тик профилактик саралар менән генә йөрөһөн, тигән теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас