Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Сентябрь 2025, 06:38

Үксәләр шешһә, аяҡтар ауыртһа

***

Йөрөгәндә аяҡ ауыртмаһын өсөн шешеп сыҡҡан ергә тәүҙә прополистан компресс яһағыҙ һәм фольганы өҫтөнә ябығыҙ.

 

Эҫе һыуға 3-4 аш ҡалағы тоҙ һәм аш содаһы һалынған һыуға тығып ултырығыҙ. Һыу һыуынғас, аяҡтарҙы һөртөп, крем һөртөп, ойоҡбаш кейегеҙ.

 

Компресс өсөн бер баш һуған һәм 3-5 тырнаҡ һарымһаҡ иҙеп үксәгә 2 сәғәткә ҡуйырға.

 

Сей картуфты ҡырып һәр кис табанға ҡуйып ятырға.

 

Бер аҙ тоҙға 1 сәй ҡалағы бал, 2 тамсы йод ҡушып болғатырға. Шешкән урынға һөртөп, ярты сәғәткә ҡалдырырға.

 

Башдонъя төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас