Даирә
+21 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Сентябрь 2025, 03:50

Гриптан, коронавирустан һаҡлаған 9 үлән

Был төнәтмә төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлау көсөнә эйә.

Гриптан, коронавирустан һаҡлаған 9 үләнГриптан, коронавирустан һаҡлаған 9 үлән
Гриптан, коронавирустан һаҡлаған 9 үлән

Был төнәтмә төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлау көсөнә эйә.
Бар дарыу үләндәре лә аптекала бар.
Сәйгә бер аҙлап ҡушып эсергә лә була.
Туғыҙ үлән төнәтмәһе айырыуса көслө һөҙөмтә бирә.
Һары мәтрүшкә, баллыҡай, ҡылыс үләне (аир), мәтрүшкә, ялан яраны, шалфей, ҡурай еләге япрағы, май айында йыйылған ҡайын япрағы, андыҙ тамыры тигеҙ итеп алына.
Ошо ҡатнашманы дүрт аш ҡалағы күләмендә термосҡа һалып, бер литр ҡайнаған һыу ҡойоп, 20 минут тоторға.
Унан һыуы менән икенсе һауытҡа ауҙарып, тағы 30 минут тотҡас, һөҙөп алырға.
Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда йылымыс көйө ¼ стакан эсергә кәрәк.

Башдонъя төркөмөнән.

 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим.

Автор:
Читайте нас