Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Сентябрь 2025, 04:57

Яратҡан һөнәренә тоғро

Кеше һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренә күпме көс һәм сабырлыҡ талап ителә. Ошо сифаттарға эйә лә инде үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының травматолог-ортопед кабинеты шәфҡәт туташы Гөлдәр Яҙғарова.

Яратҡан һөнәренә тоғроЯратҡан һөнәренә тоғро
Яратҡан һөнәренә тоғро

Ҡарлыман ауылында ун ба­лалы ишле ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙ (туғыҙынсы бала була) ғаиләлә хеҙмәт һөйөргә, шәфҡәтле булырға тәрбиәләнә.
Мәктәпте тамамлар алды­нан ниндәй һөнәр һайларға икән тигәс, ике һөнәр күңеленә яҡын була: физкультура уҡытыусыһы һәм шәфҡәт туташы. Спорт менән бик дуҫ булһа ла, медицина юлын һайларға ҡарар итә һәм Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға бара.
Уҡыу йортонда белем эс­тәп, диплом алғас, 1987 йылда тыуған районға эшкә ҡайта. Баш табип Алайғыр, Һәүәләй дауаханаларын тәҡдим итә, тик йәш белгес тыуған ауылынан бик йыраҡ китергә теләмәүен әйтә. Ул поликлиникаға участка шәфҡәт туташы итеп билдәләнә һәм 3-сө участкала ике тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт итә. Араһында хирургия бү­лексәһендә шәфҡәт туташы булып та эшләп ала.
Инде утыҙ һигеҙ йыл ярат­ҡан эшенә бағышлаған Гөлдәр Шәрәф ҡыҙы әлеге көндә лә хеҙмәтен дауам итеп, уны намыҫ менән башҡара.
- Кабинетыбыҙҙан көнө бу­йы кеше өҙөлмәй. Беҙ һөйәктәрҙең сатнауын, һынған урындарын, быуындарҙың, мус­кулдарҙың, һеңерҙәрҙең за­рарланыуын диагностикалау һәм дауалау менән шөғөлләнәбеҙ. Йығылып, бәрелеп имгәнгән, төрлө травмалар ал­ған кешеләргә ярҙам итәбеҙ, гипс һалабыҙ, бәйләйбеҙ, дауалайбыҙ, артабан контролдә тотабыҙ.
Эште уңышлы башҡарыу өсөн иғтибарлылыҡ, һиҙгерлек һәм сабырлыҡ кәрәк. Пациенттың хәленә кереп, кисерештәрен аңлау һәм ярҙам итеү өсөн ныҡлы булыу мөһим, - тип һөйләне Гөлдәр Яҙғарова.
Һәр һөнәр эйәһенә, шул иҫәптән шәфҡәт туташына үҙ эшендә белем һәм оҫталыҡ талап ителә. Шулай уҡ кешелеклелек, йылы һүҙ ҙә дауалау өсөн мөһим сифаттар. Ошоларҙың барыһына ла эйә булған шәфҡәт туташы бөгөнгө көндә йәш белгестәргә остаз да булып тора - тәжрибәһен теләп, ихлас уртаҡлаша ул.
Белгес оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итеп, ихтирам ҡаҙана. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте баһаланып тора: бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ була.
- Үткәндәргә ҡайтып, киренән һөнәр һайларға булһа, һис икеләнмәй ошоно ҡабат һайлар инем. Йәштән ал­ған белемем тормошта һәр саҡ кәрәк. Тыуған районым­да яҡташтарыма изгелек эш­ләүемә, татыу коллективта хеҙ­мәт итеүемә яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен, - ти үҙ һөнәренең оҫтаһы.
Гөлдәр Шәрәф ҡыҙы ғаи­ләһенән дә уңа. Әлфәт Әмсәғүт улы менән тормош ҡороп, өс балалары донъяға килә. Артур Мәскәү сауҙа университетын тамамлап, Өфө ҡалаһында йәшәп, һөнәре буйынса эшләй. БДУ бөтөргән Регина Нагаевола тора, әлеге көндә декрет ялында. Өлкән балалары ейән-ейәнсәрҙәре менән дә һөйөндөрәләр. Ә төпсөктәре Азат Башҡорт иретеп-йәбештереү-монтажлау һәм сәнәғәт етештереү колледжының 2-се курсында уҡып йөрөй.
Ғаиләһе ҡатындың яуап­лы хеҙмәтендә эшләргә көс, дәрт һәм илһам бирә. Ул эшендә яҡшы белгес булһа, өйҙәрендә уңған хужабикә. Торттар, башҡа ҡамыр аштары бешереп яҡындарын һыйларға ярата. Шулай уҡ төрлө салаттар, лечолар, ҡайнатмалар эшләү уның яратҡан шөғөлө.
Артабан да изге һөнәр эйә­һенә тыуған районыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеп, изге эштәр башҡарыуын теләйбеҙ.

Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор фотоһы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас