Нимә ул диспансеризация?
Диспансеризация ауырыуҙарҙы профилактикалауҙа өҫтөнлөклө медицина саралары булып тора. Уны уҙғарыу инфекцион булмаған хроник ауырыуҙарҙы, мәҫәлән, ҡан әйләнеше системалары, яман шештәр, шәкәр диабеты, үпкәнең хроник ауырыуҙарын иртә асыҡлауға йүнәлтелә. Бынан тыш, ул сирҙең үҫеү хәүефенең төп факторҙарын - ҡан баҫымының, холестерин һәм глюкозаның юғары кимәлен, тәмәке тартыу, алкоголде зарарлы ҡулланыу, рациональ булмаған туҡланыуҙы, түбән физик әүҙемлекте коррекциялауға йүнәлтелә.
Диспансеризация – ул бушлай тикшерелеү һәм ул ирекле: 18 йәштән 39 йәшкә тиклемге граждандарға - өс йылға бер тапҡыр; 40 йәштән өлкәндәргә йыл һайын ҡаралған.
Диспансеризация үтеү өсөн үҙең менән паспорт, ОМС полисы алырға һәм поликлиниканың, амбулаторияның регистратураһына йәиһә ФАП-ҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Диспансеризация нисек үтә?
Беренсе этапта алынған тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарап бер йәиһә ике этапта үткәрелеүе мөмкин. Табип менән әңгәмәләшеү һәм тикшереүҙән тыш, диспансеризацияның беренсе этабына тән ауырлығы индексын иҫәпләү, ҡан баҫымын үлсәү, ҡандағы шәкәр һәм холестерин кимәлен тикшереү, дөйөм ҡан анализы, ЭКГ, ике йылға бер тапҡыр – флюорография инә. 40 йәштән башлап беренсе этапта онкологик ауырыуҙарҙы иртә диагностикалау ысулдары ҡулланыла. Аналыҡ муйынсаһы, түш биҙе, колоректаль яман шештәренә скринингтар үткәрелә. 45 йәштә бөтә граждандарға гастродуоденоскопия ҡарала. Ирҙәргә (45, 50, 55, 60 һәм 64 йәштәгеләргә) простата биҙе яман шешен асыҡлау өсөн анализ бирергә кәрәк. Беренсе этап һөҙөмтәләре буйынса кешенең сәләмәтлек төркөмө билдәләнә.
Диспансеризацияның икенсе этабы күрһәтмәләр булғанда терапевт тәғәйенләүе буйынса үткәрелә һәм табип-белгестәрҙең (невролог, уролог, офтальмолог һәм башҡалар) консультациялары һәм лаборатор һәм инструмент менән тикшереүҙәрҙе үҙ эсенә ала. Улар сәләмәтлек торошон ныҡлы баһаларға мөмкинлек бирә.
Профилактик саралар һеҙҙең сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлау, нығытыу, йәшлегегеҙҙе дауам итеү һәм әүҙем тормош алып барыу өсөн тоғро юлдаш булырға тейеш! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ!
Земфира Ханнанова,
медицина профилактикаһы кабинеты мөдире.