Киҙеү менән ауырыу йылдың һалҡын ваҡытында арта. Инфекция сығанағы – ауырыу кеше. Таралыу юлы – һауа-тамсы. Биналарҙа, коллективтарҙа тиҙ тарала.
Хәл ҡырҡа насарая – тән температуры күтәрелә (ҡайһы берҙә 40,5 градусҡа тиклем), баш ауырта, мускулдар һәм быуындар һыҙлай, яҡтылыҡҡа һиҙгерлек арта. Ҡан тамырҙары зарарлана, шуға ла теш ҡаҙнаһының һәм танауҙың шыйыҡ тиресәһенең ҡанауы ихтимал. Бигерәк тә киҙеү хроник патологиялары һәм иммун системаһы ауырыуҙары булған кешеләрҙә ауыр үтә.
Киҙеүҙе профилактикалау өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе үтәү мөһим:
- сәләмәт йәшәү рәүеше алып барығыҙ (тулыһынса йоҡо, баланслы туҡланыу, физик әүҙемлек);
- организмдың һаҡлау көсөн нығытырға ярҙам иткән, составында күп витаминдар һәм минералдар булған, шулай уҡ фитонцидтар (емештәр, йәшелсәләр, һуған, һарымһаҡ, клюква һәм башҡалар) даими ашағыҙ;
- һауа торошона ҡарап кейенегеҙ, өшөүҙән һәм эҫергеләнеүҙән һаҡланығыҙ;
- ауырыу билдәләре булған кешеләр менән контакттан ҡасығыҙ;
- кешеләр күп йыйылған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында булыуҙы ҡыҫҡартығыҙ;
- ҡулдарығыҙҙы һабын менән даими йыуығыҙ, уларҙы антисептик менән эшкәртегеҙ;
- бинаны еүешләп алығыҙ, елләтегеҙ;
- сирҙең тәүге билдәләре менән табипты өйөгөҙгә саҡыртығыҙ.
Киҙеүҙән һаҡланыу өсөн иң һәйбәт профилактика вакцинация. Был һаулыҡ өлкәһендә бөтә донъя эксперттарының рәсми позицияһы!
Вакцина был эпидемия миҙгелендә иң актуаль булған вирустарҙан һаҡлауҙы тәьмин итә. Ул махсус моделләшә, шулай ул йыл һайын төрлө була. Вакцинацияны алты айлыҡ баланан башлап, оло кешегә тиклем эшләтергә кәрәк. Киҙеүҙән иммунитет 2-4 аҙна формалаша һәм бер йыл һаҡлана. Шуға күрә йыл һайын прививка яһатыу мөһим.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Киҙеүҙән ваҡытында эшләтелгән прививкалар үҙеңде хәүефһеҙ иттерә!
Земфира Ханнанова,
медицина профилактикаһы кабинеты мөдире.