Даирә
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Сентябрь 2025, 10:09

Ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та һөнәр

Һәр йылдың 256-сы көнөндә Рәсәйҙә программистар көнө билдәләнә. Ни өсөн тап был көндө һайлағандар тиһегеҙме? Сөнки 256 һаны һигеҙ разрядлы байт ярҙамында белдерелеүсе төрлө билдәләүҙәр иҫәбе. Бөгөнгө хеҙмәт баҙарында программистар иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәрҙән һанала.

Ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та һөнәр
Ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та һөнәр

13 сентябрь – Программистар көнө

Ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та һөнәр

Ә кем ул программист? Ул – һөнәренә тоғро хисап өсөн программалар төҙөү һәм эшкәртеү буйынса белгес, йәғни программалаштырыусы. Тормошобоҙҙо программист хеҙмәтенән тыш күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Телевизор, радио, телефон, компьютер һәм башҡа техника ҡулланғанда беҙгә һәр ваҡыт уларҙың ярҙамы талап ителә. Шуға ла ул иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһенә әүерелде. Һөнәри байрамдары уңайынан гәзит уҡыусыларҙы күп йылдар район үҙәк дауаханаһында инженер-программист булып эшләүсе Илгиз Йосопов менән таныштырмаҡсыбыҙ. Илгиз Ғәйнислам улы Үтәгән ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылы мәктәбендә 7-се класты тамамлағас, ул уҡыуын Өфө ҡалаһындағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында дауам итергә ҡарар итә. Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған егет Өфө нефть техник университетында юғары белем ала. - IT өлкәһенә эшкә 2004 йылда килдем. Бер аҙ район мәғариф бүлегендә эшләп алғас, 2007 йылда район үҙәк дауаханаһына инженер-программист булып күстем. Программист һөнәрен осраҡлы ғына һайламаным. Гимназияла математика, информатика һәм физика фәндәрен тәрән өйрәнеү класында уҡыным. Шул саҡта уҡ программалар төҙөү менән мауыға башланым. Информатика буйынса төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр ҙә яуланым. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе лә миңә бик яҡын, сөнки атайым Ғәйнислам Фәтхи улы бик күп йылдар фельдшер булып ФАПта эшләһә, әсәйем Миңзәлә Рифғәт ҡыҙы шәфҡәт туташы булды. Апай-һеңлеләрем дә медицина өлкәһендә хеҙмәт итә, - ти Илгиз Йосопов үҙенең был һөнәрҙе һайлауы һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә эшкә килеүе тураһында. Эйе, һәр табип, һәр фельдшер компьютер менән эш итә, ә программистар уларҙың уң ҡулдары булып тора. Һәр компьютерҙың төҙөклөгөн, программаларҙың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү, яңы мәғлүмәт системаларын ҡулланышҡа индереү кеүек барлыҡ эштәр улар иңенә төшә. - Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина учреждениеларын цифрлаштырыу өсөн ҙур иғтибар бүлә. Һаулыҡ һаҡлау системаһы буйынса Милли проекттар һәм цифрлаштырыу буйынса төрлө башҡа программалар сиктәрендә район үҙәк дауаханаһына ҡараған 41 фельдшер-акушер пункты һәм 5 амбулатория автоматлаштырылған эш урындары менән йыһазландырылған һәм уларҙың барыһы ла юғары тиҙлекле интернет селтәренә тоташтырылған. Пациенттарҙы ҡабул итеүсе барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре квалификациялы электрон имзалар менән тәьмин ителгән. 2013 йылдан алып барлыҡ медицина учреждениелары Медицина мәғлүмәт системаһына ҡушылды. Шуға күрә улар менән төрлө уҡыуҙар үткәрергә, яңы мәғлүмәттәр менән таныштырырға ла тура килә, - ти тәжрибәле программист. Илгиз Ғәйнислам улы тормош иптәше Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы менән ике ул үҫтерәләр. Ҡырмыҫҡалының С.М.Чугункин исемендәге мәктәбенең 11-се класында белем алыусы Ильяс та атаһы кеүек математика, информатика һәм физика фәндәрен үҙ итә, ә 6-сы класта уҡыусы Вилдан сит телдәр менән ҡыҙыҡһына. - Цифрлаштырыу кеше йәшәйешенең барлыҡ өлкәләренә үтеп инде. Яһалма интеллект та шулай уҡ әүҙем ҡулланыла. Дауаханаларҙағы нурлы диагностика аппараттары яһалма инттелектҡа тоташтырылған. Һәр бер хеҙмәт кеүек, программист булыу өсөн дә бер теләк кенә етмәй, һәләт тә кәрәк. Һәр кем программист була ла алмай. Был һөнәрҙе һайлағандар үҙенсәлекле аҡылға эйә булырға тейештәр. Барлыҡ белемеңде практикала ҡуллана белеү ҙә мөһим. Программист һөнәре, әлбиттә, ҡатмарлы, әммә мауыҡтырғыс. Мин үҙ эшемде яратып башҡарам, - ти әңгәмәсем яратҡан эше тураһында. Эйе, инженер-программистарға эшһеҙ ултырырға тура килмәй. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарында урынлашҡан ФАП һәм амбулаторияларҙа ла уларҙы һәр саҡ көтөп торалар. Бик күп төрлө видеоконференциялар, онлайн оперативкалар ҙа уларҙың ярҙамынан тыш үткәрелә алмай. - Хеҙмәттәштәрем Илмир Мөхөтдин улы Бикҡужин менән Әлмир Әмир улы Сәйфуллинды һәм шулай уҡ IT өлкәһендә хеҙмәт итеүсе барлыҡ яҡташтарымды программистар көнө менән ҡотлайым. Барығыҙға ла һөнәри уңыштар, юғары ҡаҙаныштар теләйем. Һеҙҙең проекттарығыҙ уңышлы булһын, ә яратҡан һөнәрегеҙ һеҙгә һәр саҡ тик ҡәнғәтлек тойғоһо бүләк итһен, - тигән изге һүҙҙәрен дә еткерҙе Илгиз Йосопов. Беҙ ҙә был изге теләктәргә ихлас ҡушылабыҙ һәм уларҙың еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Ә был һөнәргә килгәндә, программалаштырыу киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ үҫеш аласаҡ, тип уйлайым, сөнки беҙ техника заманында йәшәйбеҙ һәм унһыҙ йәшәйеште күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Шуға күрә был һөнәргә эйә булған кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмаясаҡ, уға һәр ваҡыт эш урыны табыласаҡ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас