Йәшерәк саҡта тубығым һыҙлап яфалай ине. Оло йәштәге хеҙмәттәшемдең ябай ғына бер кәңәше ярҙам итте. Ул һәр ваҡыт төшкө аш ваҡытында тиҙ генә иҙәнгә бишмәтен йәйә лә тубыҡланып йөрөп ала торғайны. Иртән дә, кис тә шулай эшләп, һыҙланыуҙан ҡотолған ул. Мин дә бына хәҙер оҙаҡ йылдар инде көнөнә бер нисә тапҡыр тубыҡланып йөрөйөм. Ҡытай медицинаһында ла был ысул бик күп ауырыуҙан дауа, тип иҫәпләнә. Өҫтөнлөгө, ысынлап та, күп. Эске ағзалар эшмәкәрлеге өсөн дә файҙалы. Уның бөйөр һәм бауыр ауырыуҙарын да иҫкәртә, сөнки тубыҡта эске ағзалар эшен көйләүсе биологик әүҙем нөктәләр урынлашҡан.
Күнекмәгә көнөнә 5-10 минут ваҡыт бүлеү ҙә етә. Тик ҡаты балаҫта йөрөмәгеҙ. Иҙәнгә йомшаҡ әйбер (юрған, балаҫ) түшәгеҙ.Эске ағзалар эшен көйләү менән бергә, быуыным да һыҙлауҙан туҡтаны.Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ, бәлки, ярҙамы тейер.