

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Башҡортостан Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошторған сарала “Медицина һәм Профсоюз” конкурсы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы үтте. Әйткәндәй, был конкурс икенсе тапҡыр уҙғарыла. Уны Башҡортостандың Журналистар союзы булышлығында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы ойошторҙо. Ижади ярышта медицина хеҙмәткәрҙәренең һәм профсоюз ойошмаларының эшен, һаулыҡ һаҡлау системаһында кадрҙар ярҙамы мәсьәләләрен яҡтыртҡан, тармаҡта эшләгән кешеләр тураһында яҙған журналистар ҡатнашты. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин осрашыуҙы асып: - Хәҙер театр кейем элгестән башланмай, ә сайттарҙан һәм чаттарҙан башлана. Шулай уҡ медицинала ла төрлө коммуникациялар поликлиника һәм дауахана стеналарына тиклем үк – социаль селтәрҙәрҙәге оператив яуаптарҙан, баш табиптар менән уҙғарылған тура эфирҙарҙан уҡ башлана. Һеҙҙең ярҙам менән медицина нисек үҙгәргәне лә күренә. Телевидение һәм радио тапшырыуҙарында, гәзит биттәрендәге мәҡәләләрегеҙҙә даими рәүештә медицина хеҙмәткәрҙәренең ыңғай имиджын булдырғанығыҙ өсөн рәхмәтлемен. Беҙ һеҙҙең менән бергәләп табип, фельдшер, шәфҡәт туташы һөнәрҙәренең абруйын күтәреү өҫтөндә эш башҡарырға тейешбеҙ. Сөнки был иң лайыҡлы һәм абруйлы һөнәр эйәләре көн һайын кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡара, һаулыҡтарын һаҡлай. Шуға күрә улар тураһында күберәк һөйләргә, яҙырға кәрәк. Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 70 меңдән ашыу кеше эшләй. Махсус хәрби операция биләмәһендә лә Башҡортостан табиптары тураһында тик ыңғай фекерҙәр генә ишетелә, - тине һәм журналистарға үҙҙәренең ижади емештәрендә медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында тик ыңғай фекер уятҡандары өсөн ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары Мәүлиҙә Яҡупова: - Был – Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ҡул ҡуйған һигеҙенсе килешеү. Беҙ бер-беребеҙҙең сараһында ҡатнашырға, мәғлүмәт йәһәтенән булышлыҡ итергә әҙербеҙ. Был йәмғиәт иғтибарына лайыҡ булған медицина хеҙмәткәрҙәре, һөнәр геройҙары тураһында яңы тарихтар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итәсәк, - тине. Шулай уҡ ул тарихи килешеүҙең нәҡ Профсоюздар йортонда ҡул ҡуйылыуының да тарихи мәғәнәгә эйә икәнлеге тураһында белдерҙе һәм: - Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы – республикалағы 64 мең хеҙмәткәрҙе һәм 20 мең студентты берләштергән иң ҙур ижтимағи ойошмаларҙың береһе. Ул урындарҙа социаль, хеҙмәт мәсьәләләре өсөн яуап бирә, хеҙмәткәрҙәрҙе яҡлай, коллективтарҙың мәҙәни һәм спорт тормошон ойоштора. Бында профсоюз ойошмалары рәйестәре һәм журналистар бергә йыйылды. Уларҙың туранан-тура аралашыу, һорауҙар биреү, бергәләп проекттар тураһында һөйләшеү мөмкинлектәре барлыҡҡа килде, - тигән һүҙҙәрен еткерҙе. Республика Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Халфин үҙенең сығышында урындағы беренсел профсоюз ойошмаларының киң мәғлүмәт саралары менән конкурстан тыш та аралашыуы хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, үткән йылда район гәзиттәрендә медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында 600 мәҡәлә сыҡҡан, телевидение буйынса 63 сюжет күрһәтелгән. - Медиктар көн һайын үҙ һөнәрҙәренең объектив ҡатмарлыҡтары һәм хәүефле осраҡтары менән һәм, күбеһенсә, үҙ эштәренә ҡарата ҡулланыусылар ҡарашы менән дә осраша. Шуға ла уларҙың абруйын һәм имиджын һаҡлау мөһим. Был юҫыҡта журналистарҙың эше ҙур роль уйнай. Киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш – Рәсәй буйынса иң яҡшы күренеш булып тора һәм был беҙҙең берлектәге эш һөҙөмтәһе, - тине Рауил Халфин. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: беҙҙең район гәзиттәрендә, сайттарҙа, төркөмдәрҙә медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында һүрәтләмәләр, төрлө ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, яңылыҡтар даими рәүештә донъя күрә. “Медицина һәм Профсоюз” һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса мәртәбәле республика конкурсында “Даирә” гәзите лә Рәхмәт хаты менән билдәләнде.