+24 °С
Ямғыр


Ишембай үҙәк республика дауаханаһы хирургия бүлексәһенә 46 йәшлек ир эсе ныҡ ауыртыуға зарланып килә.
Ауырыуға рентген һәм гастроскопия үткәрәләр. Тикшереү уның ашҡаҙанында сит предметтар - дүрт тимер һәм бер пластмасса әйбер барлығын күрһәтә. Табиптар дүрт ҡалаҡ һәм бер щетка һаптарын операцияһыҙ юл менән – эндоскопия ярҙамында сығара.
Иргә медицина ғына түгел, психологик ярҙам да күрһәтелгән. Ул ҡәнәғәтләнерлек хәлдә дауахананан сығарылған.