Даирә
+21 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Август 2025, 09:07

Фәриха апай әрем майы эшләргә өйрәтте

Әрем майы – быуындар һыҙлағанда шәп дауа. Йәрәхәт урынына һөртөргә мөмкин. Һеңер тартылып, аяҡ-ҡул һыҙлағанда килешә икән. Шулай уҡ был май иң аҙған хәлдәге ангинаны дауалау көсөнә эйә.

Фәриха апай әрем майы эшләргә өйрәттеФәриха апай әрем майы эшләргә өйрәтте
Фәриха апай әрем майы эшләргә өйрәтте

Яңауыл районының Байғужа ауылында йәшәгән Фәриха апай Матнурова бәйләү, тегеү, сигеү кеүек ҡул эштәренән тыш, халыҡ медицинаһын ныҡлы өйрәнә, төрлө дарыу үләндәре йыя, шифалы майҙар, төнәтмәләр эшләй.

- Үләндәрҙең артығы кәрәкмәй. Үҙегеҙгә килешкәнән белеп файҙаланһағыҙ – шул етә. Мин пәйғәмбәр тырнағы (календула), мәтрүшкә, мелисса, боланут, кесерткән, әрем, энәлек, аҡ сәскә, сиренде яратып ҡулланам. Мәҫәлән, сирен һыҙлаған быуындарға килешә, – тип халыу дауалары серҙәре менән уртаҡлашты Фәриха Сәйҙел ҡыҙы.

Беҙгә ул әрем майы эшләү рецебын өйрәтте. Бындай майҙы йыл һайын эшләй икән.

- Әремдең өҫкө өлөштәрен генә йыйырға. Банканың яртыһына туралған (ваҡланған) үләнде һалып, өҫтөнә таҙартылмаған көнбағыш майы ҡойорға. Бер ай ҡараңғы урында тотҡас, һөҙөп алырға. Әрем майы – быуындар һыҙлағанда шәп дауа. Йәрәхәттәр урынына һөртөргә мөмкин. Һеңер тартылып, аяҡ-ҡул һыҙлағанда килешә. Шулай уҡ был май иң аҙған хәлдәге ангинаны ла дауалау көсөнә эйә, - тип үҙе белгән серҙәр менән уртаҡлашты Байғужа ағинәйе.

Үләндәр менән дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Сәләмәт булығыҙ!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:
Читайте нас