Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
1 Август 2025, 05:12

Организмды таҙартыуҙың иң еңел саралары

Үҙебеҙҙән бар зарарлы нәмәләрҙе сығарабыҙ!    

Организмды таҙартыуҙың иң еңел сараларыОрганизмды таҙартыуҙың иң еңел саралары
Организмды таҙартыуҙың иң еңел саралары

1. Алма һәм кopицa.

Алманы нәҙек итеп турап, 500 мл һыу ҡойоғоҙ, 1 балғалаҡ корица һалығыҙ: һәм был эсемлекте көн дауамында эсегеҙ. Был ҡатышма матдәләр алмашыныуын яҡшырта һәм ашҡаҙан юлын таҙарта.

2. Лимoн һуты һәм бал

2 аш ҡалағы лимон һутына 200 мл йыл һыу ҡойоғоҙ, шуға 1 балғалаҡ бал һәм бер семтем ваҡланған имбирь өҫтәгеҙ. Иртән ас ҡарынға ашағанға тиклем ярты сәғәт алдан эсегеҙ. Эсемлек ашҡаҙан юлын таҙартып ҡына ҡалмай, энергия ла өҫтәй.

3. Имбиpлы эсемлек

Имбир тамырын әрсеп, ваҡ итеп турарға һәм 1 литр һыу һалырға ла, ҡайнатып сығарып, һүрән утта 10 минут тоторға. Һыуынғас, 1 семтем корица һәм бер нисә аш ҡалағы гөлйемеш сиробы өҫтәйбеҙ. Көн дауамында 100-150-әр мл ашағанға тиклем ярты сәғәт алдан эсәбеҙ. Ашҡаҙан эшен, матдәләр алмашыуын яҡшырта.

4. Сөгөлдөр һуты

1 сөгөлдөр, 2 алма һәм 4 сельдерей һабағынан һут эшләп, 1-әр аш ҡалағы иртән һәм кисен ашағанға тиклем ярты сәғәт алдан эсегеҙ.

5. Сәләмәтлек коктейле

1 әфлисун, 1 лимон һәм 1 кишерҙең һутын һығып, 100 мл минераль һыу ҡушығыҙ. Иртән ас ҡарынға ашағанға тиклем ярты сәғәт ҡала эсегеҙ. Арыуҙан шәп сара, унда антиоксиданттар бик күп.

6. Ҡыяр һәм сельдерей

1 ҡыярҙы һәм 1 сельдерей тамырын ваҡлап, 300 мл һыу өҫтәгеҙ. Көн дауамында эсегеҙ.

Һәр осраҡта ла табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
 
 
Автор:
Читайте нас