

Арыҫлан ҡойроғо (пустырник) Был дарыу үләнен ташландыҡ баҫыуҙарҙа, кеше йәшәгән ерҙән алыҫ түгел урында табырға мөмкин. Күберәк сәскәһен киптереп алалар. Организмды нығыта, тынысландыра, йөрәккә яҡшы
Туғай яраны (луговая герань). Уны аҡландарҙа, болондарҙа, урман ситтәрендә, юл буйҙарында осратырға мөмкин. Туғай яраны ауыртыуҙы баҫа, тынысландыра.
Кесерткән. Июндә киптереп алалар. Ул шешенеүгә ҡаршы, бәүел ҡыуыу, үт ҡыуыу, ҡанды туҡтатыу һәм таҙартыу, иммунитетты нығытыу тәьҫиренә эйә.
Сығанаҡ һәм фото: "Башдонъя" төркөмө.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2025-06-12/iyund-nind-y-l-nd-r-yyyalar-4274808