+24 °С
Ямғыр


Ә бына тоҙланған балды һыҙланған саҡта ҡулланырға кәңәш ителә. Бының өсөн бал менән тоҙҙо бер үк миҡдарҙа алып, һыҙлаған урынға һалып, компресс өсөн махсус ҡағыҙ йәки аш пленкаһы менән төрөп ҡуйыла. Өҫтөнән йылы (йөндән) бәйләмә (повязка) менән уратып алына. Был боҫлама төнгә ҡарай, ятыр алдынан эшләнә.
Тоҙ шеште бөтөрһә, бал һыҙланыуҙы, елһенеүҙе баҫа. Тик бының өсөн 1 курс (6-8 тапҡыр) үтер кәрәк.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Һау-сәләмәт булығыҙ!