Даирә
+21 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Июня 2025, 08:57

Тормошҡа ашмаҫ хыял ғына ине...

Ер йөҙөндә һөнәрҙәр күп һәм уларҙың һәр ҡайһыһы ҙур иғтибарға лайыҡ. Ниндәйҙер һөнәр эйәһе тураһында яҙыу, уның барлыҡ нескәлектәренә төшөнөү өсөн үҙеңде уның урынына ҡуйып ҡарарға кәрәк. Шулай итеп, һәр нимәне үҙең аша кисергәс кенә, уның бөтә тәрәнлеген аса алаһың.

Тормошҡа ашмаҫ хыял ғына ине...Тормошҡа ашмаҫ хыял ғына ине...
Тормошҡа ашмаҫ хыял ғына ине...

Башҡа һөнәр тураһында уйлағанда, уның эше һинекенән күпкә еңелерәк, ҡыҙыҡлыраҡ булып тойола ҡайһы саҡ. Мәҫәлән, кемгәлер журналист һөнәре бигерәк еңел кеүек. Ундайҙар фекере буйынса, һин һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнашаһың, төрлө шәхестәр менән аралашаһың, күпселек ваҡиғаларға иң тәүгеләрҙән булып хәбәрҙар булаһың... “Журналист һөнәрен алмаштыра” рубрикаһы өсөн бер көн буйы медицина хеҙмәткәрҙәре менән бергә эшләгәндән һуң, мин дә был һөнәр эйәләренең хеҙмәтенең ни тиклем яуаплы, ни тиклем ауыр булыуына тағы бер ҡабат инандым. Бала саҡта йә уҡытыусы, йә табип булам, тип хыяллана торғайным. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағас, бер нисә йыл буйы уҡытыусы булып эшләп, хыялдарымдың береһен тормошҡа ашырҙым, әммә табип булыу - ошоға тиклем бары тик тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял ғына ине.

Бына, район үҙәк дауаханаһының өлкән фельдшеры Светлана Ғәлимйән ҡыҙы Ғәйфуллина менән алдан килешелгәнсә, иртәнге 9-сы яртыға Сахай ауылының фельдшеракушер пункты алдына килеп баҫтым. Бында мине бөгөнгө буласаҡ “коллегаларым” Гөлфиә Хәмитова һәм Айгөл Ғәләүетдинова ихлас ҡаршы алды һәм беҙ күсмә фельдшер-акушер пункты машинаһында Иҫке Аҡташҡа елдерҙек. Ауыл уртаһында урынлашҡан “Аҡташ” магазины янына машинабыҙ килеп туҡтауы булды, иң тәүгеләрҙән 59 йәшлек Илүзә Нәбиева сәләмәтлеген тикшертер өсөн килеп тә инде. - Үткән килгәнегеҙҙә тикшерелгәйнем дә ул, шулай булыуға ҡарамаҫтан тағы килдем әле. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡайғыртып, ваҡытында сәләмәтлекте тикшереп торорға кәрәк ул. Ҡан баҫымым юғары, шул борсой, дарыу эсеп кенә торам, - тине ул беҙгә. Гөлфиә Рифғәт ҡыҙы уның ҡан баҫымын үлсәне, анализға ҡан алды, тыңлап ҡараны. Айгөл Әниф ҡыҙы кардиограмма төшөрөп, йөрәк эшмәкәрлеген тикшерҙе, кәүҙә ауырлығын үлсәне, ә мин шул арала Илүзә Хатип ҡыҙы менән бер аҙ әңгәмә ҡороп алырға тырыштым. - Һауынсы булып эшләйем. Өс көн эшләйбеҙ, өс көн ял итәбеҙ. 18 һыйыр һауам. Өйҙә тик ятҡансы эшкә йөрөү күпкә яҡшыраҡ. Һыйырҙарымды һағынып барам. Улар миңә йәшәүгә көс-дәрт бирә кеүек. Ғөмүмән, мин һәр хайуан-ҡоштарҙы яратам. Ауыл фельдшерҙарына, шәфҡәт туташтарына ныҡ рәхмәтлемен. Улар килһәләр, сирләгән ерҙән терелеп китәбеҙ. Йыш ҡына ауылға килеп, хәлдәребеҙҙе белеп торалар. Үҙҙәре бик яғымлылар. Нимә генә булһа ла, беҙ иң беренсе уларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Һәр һорауыбыҙға шунда уҡ яуабын да бирәләр. Иҫән-һау эшләргә яҙһын барығыҙға ла, - тип хәл-әхүәлдәрен һөйләп, изге теләктәрен әйтеп, йортонда көтөп торған бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрен эшләргә тип ҡайтырға ашыҡты ул. - Пульсығыҙ һәйбәт, кардиограммағыҙҙа ла тайпылыштар юҡ. Анализдарығыҙ әҙер булғас та, хәбәр итербеҙ. Маммография һәм флюорография үтергә ваҡыт еткән, яҙып ҡуйырбыҙ, килерһегеҙ, - тип оҙатып ҡалдыҡ тәүге пациентыбыҙҙы. Киләһе пациентыбыҙға ла тикшереү үткәргәс, уның ҡан баҫымының ныҡ юғары икәнлеге, йөрәгендә артыҡ йөкләнеш булыуы асыҡланды. Шулай итеп беҙҙең янға ауыл халҡы бер-бер артлы инеп кенә торҙо. Уларҙың барыһының да һаулығын тикшергәс, беҙҙең ФАП машинаһы оло йәштәге һәм сәләмәтлектәре яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең йорттарына табан йүнәлде. Беҙ барған һәр йорт хужаһы табиптарҙы ихлас ҡаршы алып, үҙҙәренең аһ-зарҙарын һөйләне. 50 йыллыҡ колхоздағы хеҙмәт юлының 40 йылын водитель һөнәренә арнаған, һуңғы йылдарҙа сәләмәтлеге ныҡ ҡына ҡаҡшаған 85 йәшлек бабайҙың алсаҡ тормош иптәше ҡаршы алып: - Аллаһҡа шөкөр, иғтибарһыҙ ҡалдырғандары юҡ. Тиҙ ярҙам машинаһын саҡырһаҡ та, шунда уҡ килеп етә. Әле яңыраҡ ҡына Прибельский ауылы участка дауаханаһы табиптары килеп китте. Фельдшерҙарҙың, табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының барыһына ла рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ, - тигән һүҙҙәрен еткерҙе. - Йөрәк тибеше йышайған, - тип, фельдшерҙар кәрәкле дарыуҙар эсергә кәңәш биргәс, беҙ артабан юл алдыҡ. - Валидолһыҙ тора алмайым, йөрәгемә ҡыйын. Һуңғы көндәрҙә билем дә ауырта башланы, - тине беҙҙе күргәс тә 86 йәшлек инәй. Уның да йөрәк тибешен тыңлап, ЭКГ эшләгәс, тейешле кәңәштәр әйтелде. Тыуғандан алып балалар церебраль фалижына дусар булған киләһе пациентыбыҙҙың сәләмәтлеге әлеге көндә зарланырлыҡ булмауы асыҡланды. Сираттағы йорт хужаһы – Радик Сәлимйәнов 2001 йылдан алып күреү һәләте буйынса инвалид. Шулай булыуға ҡарамаҫтан бер үҙе матур итеп донъя көтә. Күҙҙәре һуҡырайғанға тиклем ул колхозда тракторсы булып эшләгән. - Йөрәгем урынындамы икән, - тип шаяртырға ла өлгөрҙө ул. Беҙ барған һәр бер йорт хужаһы медицина хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтле булыуҙарын белдерҙе. “Саҡыр ғына, шунда уҡ килеп етәләр. Хатта, саҡырмаһаҡ та, беҙҙең сәләмәтлекте тикшерергә тип үҙҙәре килә”, - тиҙәр улар ҡыуанып. Барлыҡ йорттарҙы урап сыҡҡандан һуң тағы ла “Аҡташ” магазины янына барып туҡтап, бында көтөп торған бер нисә кешене ҡабул иткәс, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланыҡ. Анализға тигән ҡанды тейешле урынға алып барып тапшырғас, һәр кем үҙ эштәре буйынса таралышты. Бер көнлөк табип һөнәре миңә оҡшап ҡалды әле ул. Ниңә генә табипҡа уҡыманым икән, тип бер аҙ үкенеп тә ҡуйғандай булдым, хатта. Бала саҡтан килгән хыялдарымдың береһен бер көнгә булһа ла тормошҡа ашырыуыма ҡыуанып, бындай мөмкинлек биргән “коллегаларыма” рәхмәттәремде яуҙырып, шулай ҙа үҙемдең әле башҡарған журналист һөнәре күпкә күңелемә яҡыныраҡ булыуын яҡшы аңланым был көндө.

Гөлфиә ХӘМИТОВА, Иҫке Шәрәй ауылының фельдшер-акушер пункты мөдире Белорет медицина училищеһын тамамлағандан һуң Прибельский ауылының участка дауаханаһында эш башлай. Һуңынан Сахай ауылы ФАП-ына фельдшер итеп күсерәләр. Шунан алып 25 йыл ул ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында тора. - Үҙ эшемде ныҡ яратам. Тап ошо һөнәрҙе һайлағаным өсөн ҡыуанып бөтә алмайым. Эшебеҙ еңелдән түгел, әлбиттә, шулай ҙа пациенттарыбыҙҙың сәләмәтлеге өсөн эшләү, уларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү хеҙмәтебеҙгә йәм өҫтәй. Район үҙәк дауаханаһы, Прибельский участка дауаханаһы етәкселеге һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Ауыл халҡын район үҙәгенә алып барып, сәләмәтлектәрен төрлө яҡлап тикшереү өсөн һәр саҡ транспорт бүләләр, - ти ул яратҡан һөнәре тураһында.

Айгөл ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА, Сахай ауылының фельдшер-акушер пунктының балалар патронаж шәфҡәт туташы 2008 йылда Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамлағас, Сахай ауылы ФАП-ына балалар патронаж шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. Ошо һөнәренә тоғро ҡалып, 16 йыл хеҙмәт итә. - Һайлаған һөнәрем оҡшай һәм үҙ эшемде яратып башҡарам. Балаларҙы яратыу һәм уларға ярҙам итеү теләге һәр саҡ эшемдә терәк булып тора. Коллективыбыҙ бик татыу, һәр кем бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, - ти ул.

Радик БАЙТИМЕРОВ, күсмә ФАП-тың водителе Район үҙәк дауаханаһында дүрт йыл эшләй. Уға тиклем алыҫ рейстарҙағы йөк машиналарында водитель булып хеҙмәт иткән. - Эшемде яратам һәм нәҡ халыҡ сәләмәтлеге һағында тороуым менән ғорурланып та ҡуям, - ти тәжрибәле водитель

Розалия НАЗАРОВА. Автор фотолары.

#ПрофсоюзЗдравоохранения 

#ПрофсоюзМедработников 

#медикиГерои 

Тормошҡа ашмаҫ хыял ғына ине...
Тормошҡа ашмаҫ хыял ғына ине...
Тормошҡа ашмаҫ хыял ғына ине...
Тормошҡа ашмаҫ хыял ғына ине...
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас