Даирә
+24 °С
Ямғыр

Дауахана яңы үҙгәрештәр юлында

Белеүегеҙсә, уҙған йылдың декабрендә район үҙәк дауаханаһына яңы етәксе – Феликс Сакаев тәғәйенләнде. Баш табиптың ошо ваҡыт эсендә эшләнгән эштәре менән танышыу һәм киләсәккә пландарын белеү өсөн уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Дауахана яңы үҙгәрештәр юлындаДауахана яңы үҙгәрештәр юлында
Дауахана яңы үҙгәрештәр юлында

Беҙҙең әңгәмә

Дауахана яңы үҙгәрештәр юлында

Белеүегеҙсә, уҙған йылдың декабрендә район үҙәк дауаханаһына яңы етәксе – Феликс Сакаев тәғәйенләнде. Баш табиптың ошо ваҡыт эсендә эшләнгән эштәре менән танышыу һәм киләсәккә пландарын белеү өсөн уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Феликс Заһир улы, гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып китһәгеҙсе.

- Мин Башҡортостандың иң йәмле төбәктәренең береһендә – Белорет ҡалаһында, табиптар ғаиләһендә тыуып үҫтем. Атай-әсәйемдең өлгөһөндә тәрбиәләнеп, бала саҡтан был изге һөнәрҙе һайланым һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында “Дауалау эше” белгеслеге буйынса белем алдым, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында Дөйөм хирургия кафедраһында интернатура тамамаланым. Хеҙмәт юлын студент саҡта уҡ Өфөнөң тиҙ ярҙам станцияһында фельдшер булараҡ башланым. Артабан Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында табип-хирург, бүлек мөдире вазифаларын башҡарҙым. Тормош иптәшем дә табип. Ғаиләбеҙҙә өс бала тәрбиәләйбеҙ.

- Район үҙәк дауаханаһын күптән түгел етәкләйһегеҙ. Эште нимәнән башлап ебәрҙегеҙ?

- Район үҙәк дауаханаһының баш табибы вазифаһындағы бик яуаплы эшемде иң тәүҙә коллектив менән танышыуҙан башланым. Йылы, ихлас ҡаршы алғандары, ышаныс белдергәндәре өсөн барыһына ла рәхмәтлемен. Артабан райондың 40 фельдшер-акушер пункты, 5 табип амбулаторияһының эштәре менән танышып сыҡтым һәм иң тәүге сиратта нимәгә иғтибар йүнәлтергә икәнен билдәләнем. ФАП-тарҙың эшен баһалап бөткөһөҙ, сөнки ауыл халҡы иң тәүҙә фельдшерҙарға мөрәжәғәт итә һәм тап ошонда, ваҡытында төрлө сирҙәр асыҡлана, кәрәкле табиптарға йүнәлтмә бирелә. Урындағы бындай медицина учреждениелары районыбыҙ халҡының һаулығы өсөн бик мөһим. Яңы йыл байрамдары алдынан ғына етәкселек эшен башлағас, бөтә булған подвалдарҙы һәм сарҙаҡтарҙы тикшереп, ҡыйыҡ баштарының, торбаларҙың, канализацияның торошон билдәләргә лә тура килде. Байрам көндәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәр тыумаһын өсөн был эш тә мөһим.

- Һеҙҙең ошо ярты йыл етәкселек итеү дәүерендә дауахана ниндәй үҙгәрештәр кисерҙе?

- Был һорауға коллектив, район халҡы яҡшыраҡ яуап бирәсәк, әлбиттә. Халыҡҡа һәр саҡ яҡын һәм асыҡ булыу эшен яйға һалыу, дауахананы кадрҙар менән тулыландырыу эшен дауам итәбеҙ. Был осорҙа УЗИ табибы, онколог, отоларинголог һәм 5 фельдшер эшкә ҡабул ителде. Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы штаттан тыш баш белгес-эндоскопист, Республика клиник онкология диспансерының эндоскопия бүлеге мөдире Юлия Камалетдинова һәм шәфҡәт туташы Зарема Гайлун килеп, район дауаханаһының табип-эндоскопистары менән берлектә пациенттарға колоноскопия тикшеренеүҙәре үткәрҙе. Эш барышында Юлия Юрьевна йыуан эсәккә бәйле сирҙәрҙе билдәләү буйынса үҙенең белеме һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашты, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Дауахана биләмәһен йәшелләндереү буйынса күп эштәр башҡарылды. Коллектив менән кәңәшләшеп, халыҡҡа уңайлы булһын тигән маҡсатта, ошоға тиклем подвалда урынлаштырылған гардеробты беренсе ҡатҡа күсерҙек, сөнки оло йәштәге пациенттарға, ауыр сирлеләргә подвалға төшөп-менеп йөрөү бик ҡыйынға тура килә. Рентген эшләү өсөн яңы ҡоролма һәм УЗИ аппараты урынлаштырылды. Шулай уҡ дауаханаға күсмә рентген аппараты алынды һәм уның ярҙамында урында уҡ тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Автопоезд менән табиптар төрлө ауылдарға йөрөп, халыҡтың сәләмәтлеген тикшереү буйынса ҙур эштәр башҡара. Шунда уҡ УЗИ үткәрәләр. Район үҙәгенә килергә мөмкинлеге булмағандар өсөн был бик кәрәк. Шуны ла билдәләп үткем килә: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан район дауаханаларына ҙур иғтибар бүленә. БР Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙе ике тапҡыр килеп, дауахана эше менән яҡындан танышһа, уның беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков халыҡты ҡабул итеү ойошторҙо. Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров районға эш сәфәре менән килгән саҡта яңы төҙөлгән Балалар поликлиникаһын ҡараны һәм яҡшы баһа бирҙе.

- Кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе нисек хәл ителә?

- Был йүнәлештә лә бик күп кенә эштәр башҡарылды. Бекетов, Урал, Подлубов, Орловка ФАП-тарының эштәрен яйға һалдыҡ. Ибраһимда фельдшер-акушер пункты асылды. Бер нисә ауылда яңы ФАП-тар төҙөлдө. Шулай итеп яҡын киләсәктә ФАП-тарҙың барыһын да фельдшерҙар менән тәьмин итербеҙ, тигән ышаныста йәшәйбеҙ. Әлеге көндә район үҙәк дауаханаһына өҫтәмә рәүештә табип-эндоскопист, офтальмолог, невролог, уролог, травматологтар талап ителә.

- Проблемалар ҙа етерлектер?

- Әлбиттә, һәр хеҙмәттәге кеүек эш барышында төрлө проблемалар килеп сығып тора, әммә уларҙың барыһы ла ваҡытында хәл ителә бара. Ҡайҙалыр ҡыйыҡҡа ремонт талап ителһә, икенсе ерҙә йылытыу системаһына ремонт кәрәк тигәндәй. Хужалыҡ менән бәйле ошондай мәсьәләләрҙең барыһын да урында хәл итергә тырышабыҙ. Әлеге көндә хәл итә алмаҫлыҡ киҫкен проблемалар юҡ. - Киләсәккә ниндәй пландар менән янаһығыҙ? - Пландар күп һәм төрлө. Улар араһында тиҙ үтәлә торғандары ла, оҙаҡҡараҡ һуҙылырлыҡтары ла бар. Заман талаптарына ярашлы дауахананы тағы ла яҡшыраҡ яҡҡа үҙгәртеү зарур. Тар белгесле табиптарҙың барыһының да райондар буйлап йөрөү эшен яйға һалыу, дауахананы компьютер томографияһы кеүек юғары техник медицина ҡорамалы менән тулыландырыу хыялы менән янам. Ҡырмыҫҡалы янынан Өфө-Белорет, Өфө-Ырымбур трассалары үтә, районда 52 мең халыҡ көн итә. Беҙгә тағы ла Архангел районы беркетелгән. Шуға күрә компьютер томографы мотлаҡ кәрәк. Стационарҙың ҡабул итеү бүлегендә лифт юҡ. Реанимация икенсе ҡатта урынлашҡан, ауыр хәлдәге пациенттарҙы носилкала күтәреп мендерергә тура килә. Белгестәргә лә, пациенттарға ла уңайлы булһын өсөн бында лифт булдырыуҙы ла күҙ уңында тотабыҙ. Ғөмүмән, беҙҙең алда етди бурыстар тора. Уларҙы хәл итер өсөн барлыҡ көстәрҙе берләштеререү мөһим. Аныҡ маҡсаттар менән эшләргә һәләтле команда менән генә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешергә була. Беҙҙең уртаҡ тырышлыҡ райондың медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыуға ярҙам итәсәгенә ышанам.

- Эшегеҙҙә нимә илһам сығанағы булып тора?

- Халыҡ сәләмәтлеге өсөн хеҙмәт итеү теләге беренсе урында тора. Хеҙмәттәштәремдең үҙҙәренең эшенә ҙур тырышлыҡ һалыуы һәм хеҙмәттәрен ихлас башҡарыуы ла илһам бирә. Был яҡтан коллективымдан уңдым. Уларҙың пациенттарға булған яҡшы ҡарашы, изгелеклеге, хеҙмәт һөйөүе ҡыуандыра. Сәләмәтлеккә арналған төрлө сараларҙа ла хеҙмәттәштәрем әүҙем ҡатнаша, ойоштороу эштәрен дә ихлас башҡара. Үҙ эшен яҡшы белгән оҫта хирургтар эшләүе лә һөйөнөслө. Хеҙмәттәштәремдең пациенттарға ҡарата һәр саҡ асыҡ булыуы, бурыстарына яуаплы ҡарауы, уларҙың эшләргә теләге һәм ынтылышы илһамландыра. Уларҙың барыһына ла еңел булмаған хеҙмәттәрендә уңыштар теләйем һәм артабан да шулай татыу коллективта ҡулға-ҡул тотоношоп эшләрбеҙ, тип ышанам.

- Табип һөнәрендә иң мөһиме нимә?

- Беренсенән – компетентлыҡ, йәғни, үҙеңдең белемеңде, оҫталығыңды, тәжрибәңде тейешле ҡулланыу. Икенсенән, пациенттар менән дөрөҫ мөғәмәллә итә, аралаша белеү. Өсөнсөнән иһә, коллектив менән бергә эшләй белеү, иғтибарлы һәм асыҡ күңелле булыу. Табиплыҡ һәм шулай уҡ башҡа медицина хеҙмәте – ул һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше. Был хеҙмәттә тир түгеүселәргә һәр ваҡыт белемдәрен камиллаштырырға, нимәлер өйрәнергә, уҡырға тура килә. Ошо һөнәр тап минеке тигәнде аңлаған кеше генә медицинала эшләй ала. - Гәзит уҡыусыларға, барлыҡ район халҡына ниндәй кәңәштәр әйтерһегеҙ? - Сәләмәтлектәрен һәр саҡ тәүге урынға ҡуйһындар һәм уны даими рәүештә тикшертеп торһондар. Бының өсөн ваҡытында диспансеризация үтергә кәрәклеге хаҡында онотмаһындар. Сирҙе аҙҙырмаҫҡа, дауаланыуҙы һуҙмаҫҡа кәрәк, табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы ҡабул итеү мотлаҡ. Үҙ аллы дауаланыу менән мауығырға ярамай. Сәләмәт тормош рәүеше алып барырға кәрәклеге хаҡында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Алкоголь эсемлектәр ҡулланыуҙы, тәмәке тартыуҙы ситкә ташлап, күберәк хәрәкәт итергә, физик күнекмәләр яһарға, саф һауала йөрөргә, сәйәхәт итергә кәрәк. Ғөмүмән, һәр саҡ тормошҡа позитив ҡараш менән йәшәү күп сирҙәрҙән ҡотҡарыр.

- Хәҙер интернет селтәре төрлө-төрлө дауалау рецептары менән тулған. Халыҡ медицинаһына һеҙҙең ҡарашығыҙ ниндәй?

- Халыҡ медицинаһына ыңғай ҡарайым. Ғәҙәттә, табиптар ҙа дарыуҙар менән бер рәттән төрлө төнәтмәләр тәҡдим итә. Бар нәмәне лә, шулай уҡ халыҡ медицинаһын да, табип күрһәтәмәһе, кәңәше буйынса ҡулланырға кәрәк. Иң мөһиме – үҙеңдең сәләмәтлегеңә зыян килтермәҫкә. Бер ағзаңды дауалайым тип, икенсеһенә зыян килтереүең бар. Шуны оноторға ярамай. - Йөкмәткеле әңгәмәгеҙ, төплө яуаптарығыҙ, яҡшы кәңәштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Яуаплы һәм изге эшегеҙҙә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

PS. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Феликс Сакаев Башҡортостан Республикаһы “Нәшриәт йорто” иғлан иткән “Матбуғатҡа изге яҙылыу” акцияһына тәүгеләрҙән ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Үтәгән ауылы яугире Руслан Саҙиҡовҡа һәм хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған Марсель Бикҡоловтың Үтәгән ауылында йәшәүсе ата-әсәһенә 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына “Даирә” гәзиттәрен бүләк итте. Сауаплы эш башҡарыусы Феликс Заһир улы билдәләүенсә, яҡташтарыбыҙ гәзит аша район тормошо, көнүҙәк проблемалар, райондаштарыбыҙҙың уңыштары тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алырға тейеш.

#ПрофсоюзЗдравоохранения

#ПрофсоюзМедработников

#медикиГерои

Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас