

Сәләмәтлеккә арналған акция сиктәрендә район үҙәк дауаханаһының 1-се поликлиникаһында Асыҡ ишектәр көнө ойошторолдо.
- Баш табип Феликс Заһир улы Сакаев етәкселегендә ойошторолған бөгөнгө сарала поликлиника хеҙмәткәрҙәре үҙ сәләмәтлеге өсөн битараф булмаған һәр кемдең сәләмәтлеген тикшерә. Участка шәфҡәт туташы Гөлнара Фәйзуллина артериаль ҡан баҫымын үлсәй, ҡандағы шәкәр кимәлен тикшерһә, участка шәфҡәт туташы Флүрә Хәлиуллина анализдар буйынса ниндәй табипҡа һәм ҡасан мөрәжәғәт итергә мөмкин булыуы тураһында консультация бирә, - ти поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы Эльвира Маскулова.
- Шулай уҡ беҙ пациенттарҙың буйын, кәүҙә ауырлығын үлсәйбеҙ, сатурацияны тикшерәбеҙ, кәңәштәр һәм диспансеризация үтергә йүнәлтмә бирәбеҙ. Үҙҙәренең участка табип-терапевтарына алдан яҙҙырып та ҡуябыҙ. Артабан уларға флюорография, маммография үтергә һәм башҡа төрлө анализдар тапшырырға кәрәк буласаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарға гинекологҡа күренеү мотлаҡ. Диспансеризация үтмәгәндәрҙең барыһын да йылына бер тапҡыр булһа ла, барлыҡ анализдарҙы тапшырып, сәләмәтлектәрен тикшереп торорға саҡырабыҙ. “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”, - тип юҡҡа әйтмәгәндәр, шул турала онотмаһындар ине. Беҙ барыһын да диспансеризацияға көтөп ҡалабыҙ, - тип өҫтәне Флүрә Вәсим ҡыҙы.
- Бөгөн ололар өсөн поликлиниканың 2-се ҡатындағы фойела сәләмәтлегемде тикшерттем. Поликлиникаға килгән һәр кем был мөмкинлектән файҙалана алды. Ҡанымдағы шәкәр кимәлен, ҡан баҫымын, сатурацияны үлсәттем, шулай уҡ кәүҙә ауырлығын да белдем. Поликлиника хеҙмәткәрҙәре ихлас ҡаршы алдылар, анализдар буйынса яҡшы аңлатма һәм кәңәш бирҙеләр. Сәләмәтлек өсөн иң мөһим булған күрһәткестәрҙең барыһын да бер урында ғына белеү бигерәк уңайлы булды. Барыһына ла оло рәхмәт белдерәм, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Бекетов ауылының башланғыс кластар уҡытыусыһы Эльвира Игнатьева.
Табиптарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, сәләмәтлегебеҙҙе үҙебеҙ ҙә ҡайғыртайыҡ, ваҡытында тикшерелеп торайыҡ!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.