Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Апрель 2025, 06:15

Эсәктәрҙе таҙарта һәм ябыҡтыра

Был шифалы эсемлекте эшләү өсөн өс кенә нәмә кәрәк: ҡабаҡ емеше, куркума һәм имбирь. Ә рецебы - яҙмала.     

Эсәктәрҙе таҙарта һәм ябыҡтыраЭсәктәрҙе таҙарта һәм ябыҡтыра
Эсәктәрҙе таҙарта һәм ябыҡтыра

120 грамм таҙартылған ҡабаҡ орлоғо, ярты балғалаҡ куркума, ярты  аш ҡалағы онталған (порошок хәлендәге) имбирь, өс стакан ҡайнап һыуынған һыу алабыҙ. Ҡабаҡ орлоғо, куркума һәм имбирға һыуҙың бер өлөшөн ҡушабыҙ һәм блендерҙа берҙәм масса барлыҡҡа килгәнсе иҙәбеҙ. Һыуҙың ҡалғанын өҫтәп, болғағас, эсемлек әҙер. Ошо эсемлекте бер аҙна дауамында иртәнсәк бер стакан эсергә.

Ниндәй маҡсатта ҡулланалар? Иң төп тәғәйенләнеше – эсәктәрҙе таҙартыу, унда тупланған шлактарҙан, паразиттарҙан ҡотолоу. Эсемлек ябыҡтырыу көсөнә лә эйә.

Эсемлекте сама менән ҡулланһағыҙ, зыяны, иҫкәрмәләре юҡ. Шулай ҙа халыҡ дауаһы алымдарын ҡулланһағыҙ, табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас