Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Апрель 2025, 04:35

Поликлиникаға - рентген-аппарат

Һанлы ҡорамал еңел, йыйнаҡ һәм файҙаланыуҙа бик уңайлы.    

Поликлиникаға - рентген-аппаратПоликлиникаға - рентген-аппарат
Поликлиникаға - рентген-аппарат

 “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Бәләбәй районының Приют ҡасабаһы  поликлиникаһы яңы күсмә рентген-аппарат алды.

Һанлы ҡорамал еңел, йыйнаҡ һәм файҙаланыуҙа бик уңайлы. Уның дозиметр менән йыһазландырылыуы пациентҡа төшкән доза  көсөргәнешен контролләргә мөмкинлек бирә.

–Күсмә рентген-аппарат дауахана палаталарында һәм башҡа махсуслаштырылмаған биналарҙа рентгенография тикшереүҙәрен үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.Ул юғары сифатлы һүрәттәрҙе шунда уҡ компьютер экранында алырға мөмкинлек биреүсе мобиль яҫы панелле детектор менән йыһазландырылған, –тине поликлиниканың табип-рентгенологы Эльза Шакирова.

 “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Дина Арсланова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас