Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Март 2025, 10:22

Хәтерегеҙ насарая башлаһа...

Был төнәтмә ярҙам итәсәк. Айырыуса коронавирус менән сирләгәндәр зарлана.

Хәтерегеҙ насарая башлаһа...Хәтерегеҙ насарая башлаһа...
Хәтерегеҙ насарая башлаһа...

Хәтерегеҙ насарая башланымы? Айырыуса коронавирус менән сирләгәндәр зарлана. Иғтибарығыҙға ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ. Әгәр был эликсирҙы бер нисә ай дауамында көн һайын эсһәң, ҡан тамырҙары таҙара, ҡан баҫымы нормаға килә һәм хәтер яҡшырасаҡ.

Уны әҙерләү өсөн ябай ғына ингредиенттар кәрәк. Бер лимонды ҡабығы менән бергә ваҡлағыҙ, бер баш һарымһыҡты шулай уҡ ваҡ итеп турағыҙ. Бер аш ҡалағы бал һәм бер литр йылы ҡайнаған һыу кәрәк. Бөтәһен бергә банкаға һалығыҙ ҙа салфетка менән ҡаплағыҙ. Өс көн төнәтегеҙ ҙә марля аша һөҙөгөҙ. Көн һайын ашағандан һуң бер-ике аш ҡалағы эсегеҙ. Әгәр теләһәгеҙ, төнәтмәне балһыҙ ҙа эшләргә була.

Фото: "Бәйләнештә".

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2025-03-28/koronavirus-tk-rg-nd-r-zarlana-4175799

Автор:
Читайте нас