Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Март 2025, 04:40

"Мин иртәнге ашты ашамайым!"

Һеҙ ашағанға паразиттар рәхмәт әйтеп, туҡланып, үрсеп, рәхәтләнеп тормош көтәләр...    

"Мин иртәнге ашты ашамайым!""Мин иртәнге ашты ашамайым!"
"Мин иртәнге ашты ашамайым!"

"Мин иртәнге ашты ашамайым!" - тип әйтеүселәр күп. Иртәнге ашҡа ҡәһүә эсеп, йә булочкаға май яғып, вареньелап сәй эсеүселәр күп. "Ни өсөн иртәнге ашты ашамайhығыҙ?" тип һораһаң, "Ас түгелмен", тип яуаплайҙар.

Ә ни өсөн кеше иртән ас түгел? Сөнки ул төндә ашап ятҡан. Төнгө сәғәт 11, 12-лә тамаҡ туйҙырғас, ашағы килмәй.

Әйҙәгеҙ, төнгә ҡарай ашаусыларҙың организмында ниндәй процесс барғанын күҙәтәйек. Сәғәт 21.00 һуң организмда эшкәртеү процесы туҡтай! Таҙарыныу процесы башлана. "Биҙрә-йыуғыстар тотоп", һәр орган яйлап процесты башлай. Лимфа йүгереп йөрөй, токсиндарҙы ҡыуа. Гормондар бер сафҡа теҙелеп, һайт-два баҫа. Организм таҙарына, ял итә, икенсе көнгә әҙерләнә.

Ә һеҙ, асығып, ашанығыҙ, ти. Ул ваҡытта нимә була? Ашағанығыҙ һаһый, серей, әсей!!! Эйе, тап шулай! Ашҡаҙан эшкәртмәй. Һеҙ ашағанға паразиттар рәхмәт әйтеп, туҡланып, үрсеп, рәхәтләнеп тормош көтәләр! Етмәһә, иртән тороуға ауыҙ һаҫыҡ! Шунан теште йыуҙыҡ та, ҡәһүә эсеп эшкә тотондоҡ.

❗ Иртәнге ашҡа һыуҙа бешкән бутҡаға май һалып (мин эремсек, ҡабаҡ орлоғо һалам) ашарға!

❗Иртәнге ашҡа йомортҡа ҡурып, омлет эшләп йә йомролай бешереп ашарға! Үҙегеҙ бешергән икмәкте йә хлебцынан бер телем ашарға! Май йә ҡаймаҡ һылап, тәмләп ауыҙ итергә.

❗Иртәнге ашҡа аҡһым булырға тейеш. Ә аҡһым (белок) йомортҡа, эремсек, орлоҡтарҙа (кунжут, ҡабаҡ, етен орлоғо). Сәйҙе 20 мин үткәс эремсекләп, йә финик менән эсеп, әпәр итеп ҡуябыҙ!

Белгәнем менән уртаҡлаштым, ә һеҙ иртәнге ашығыҙҙы асығыу тойғоһо менән, тәмләп, файҙалы итеп ашарһығыҙ, тип ышанам! 

Гөлфиә Мөхәмәтдинова, башҡорт блогеры.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
 
Автор:
Читайте нас