

Рәшиҙә Ринат ҡыҙы яҙмыш ҡушыуы буйынса Үзбәкстанда тыуып үҫһә лә, 90-сы йылда ғаиләләре менән ата-әсәһенең тыуған яҡтарына – Башҡортостанға ҡайтып төпләнәләр.
Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлаған ҡыҙ Өфөләге медицина училищеһына уҡырға инә һәм 30 йылдан ашыу ғүмерен ошо һөнәргә арнай. 18 йыл Благовещен ҡалаһының үҙәк дауаханаһында, 12 йыл Өфөнөң 3-сө балалар табыу йортонда эшләп, хаҡлы ялға сыға. Тәбиғәт балаһы һәр ваҡыт тәбиғәткә тартыла тигәндәй, Сәлимгәрәевтар ҙа Александровканан йорт һатып алып, артабанғы тормоштарын ошонда дауам итәләр.
Ауылда эшләргә фельдшерҙар етмәгәнлектән, Рәшиҙә Ринат ҡыҙын эшкә саҡыралар. Шулай итеп тәжрибәле медицина хеҙмәткәре “Ауыл фельдшеры” программаһында ҡатнашырға ҡарар итә һәм тағы ла үҙенең яратҡан эшенә – халыҡ сәләмәтләге һағына баҫа.
Бер аҙ Константиновка ауылында фельдшер-акушер булып эшләгәс, бына хәҙер инде өс йылдан ашыу Түбәнге Төкөн ауылының ФАП-ын етәкләй.
Түбәнге Төкөндә йәшәүсе 380 кешене хеҙмәтләндереп кенә ҡалмай ул, Алайғыр табип амбулаторияһында акушер вазифаһын да башҡара – барлығы 27 ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының сәләмәтлеген күҙәтә. Шулай уҡ “Сәләмәтлек поезы” менән медицина хеҙмәткәрҙәре булмаған барлыҡ ауылдар халҡына диспанлаштырыу үткәреүҙә әүҙемлек күрһәтә.
-Кисә генә Алайғыр зонаһының өлкән фельдшеры Галина Васильевна менән Ефремкин ауылында 29 кешене ҡабул иттек. Анализдар алдыҡ, ЭКГ эшләнек, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген тикшерҙек. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә даими барабыҙ. Бигерәк тә ошо аяуһыҙ яуҙа яҡындарын юғалтҡан яҡташтарыбыҙға айырыуса ҙур иғтибарыбыҙҙы бүләбеҙ, -тине ул беҙ килгән көндө.
Махсус хәрби операция башланыу менән контракт төҙөп, яу ҡырында яраланған яугирҙарға ярҙам итеү теләге менән дә яна мәҡәләм геройы.
-Был теләгемде белдереп бер нисә тапҡыр хәрби комиссариатҡа барҙым. 50 йәштән олораҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен алмайбыҙ, тип кире бороп ҡайтарҙылар. Госпиталдә ятҡан яралыларға ике аҙна булһа ла ирекмән булараҡ ярҙам күрһәтеп ҡайтырға тигән хыялымды барыбер бойомға ашырырға уйлайым. Әлбиттә, ҡулыбыҙҙан килгәнсе гуманитар ярҙам ебәрергә ярҙамлашып торабыҙ, тик был минең өсөн аҙ кеүек тойола. Үҙемдең йылы һүҙҙәрем менән дә, дарыуҙар ярҙамында ла ауыр яралы һалдаттарҙың хәлен бер аҙ еңеләйткем килә. Районыбыҙҙа йәшәүсе күп кенә фельдшерҙар, санитарҙар ҙа ошондай теләк менән йәшәй, сөнки унда медиктар һәм ярҙамсылар етешмәй, -тигән аңлатма бирҙе ул был ҡарарына.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, район үҙәк дауаханаһының Рәхмәт хаттарына, Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә булған “Ауыл фельдшеры”:
-Быйыл беҙҙең ауылда ла бөтә уңайлыҡтары булған модулле ФАП төҙөйәсәктәр, -тигән ҡыуанысы менән бүлеште.
Һөйөклө ҡатын, ҡыҙына наҙлы әсәй, ейәненә яратҡан өләсәй, уңған хужабикә һәм үҙ эшенең оҫтаһы булған ханым кәңәштәрен дә еткерҙе:
-Йышыраҡ саф һауала йөрөргә, күберәк еләк-емеш, йәшелсә ашарға, һыу эсергә тырышығыҙ. Әйткәндәй, күптәр һыу эсмәй. Уртаса ауырлыҡтағы һәр кеше көнөнә ике литр тирәһе һыу эсергә тейеш. Иртән торғас та ике стакан йылы һыу эсеп ҡуйығыҙ, шунан бер сәғәт үткәс кенә иртәнге аш ашағыҙ. Һуңынан ике сәғәт һайын берәр стакан йылы һыу эсеп торорға кәңәш ителә. Был ашҡаҙанға яҡшы тәьҫир итә. Скандинав таяҡтары менән йәйәү йөрөү ҙә сәләмәтлек өсөн файҙалы. Шулай уҡ алкоголь эсемлектәр ҡулланыу, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәрҙән арынырға кәрәк. Әлбиттә, йыл да диспанлаштырыу үтеп, сәләмәтлегегеҙҙе тикшереп торорға онотмағыҙ, - тине ул.
-Фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ. Үҙебеҙ онотоп китһәк, һәр ваҡыт үҙе шылтыратып, медицина күҙәтеүе үтергә саҡырып тора. Рәшиҙә Ринат ҡыҙына барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ, -ти сәләмәтлеген тикшертергә килеүсе Ғәлиә Намаҙғолова.
Эйе, ҡала еренән айырмалы рәүештә, ауылда фельдшер булып эшләү икеләтә ҙур яуаплылыҡ талап итә. Бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, күҙ табибы ла, хирург та булырға тура килә. Фельдшер-акушерлыҡ пунктынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Шуға күрә ауыл фельдшеры сәғәткә ҡарарға ла онота.
#ПрофсоюзЗдравоохранения
#ПрофсоюзМедработников
#медикиГерои
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.