Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Ғинуар 2025, 14:13

Һау һәм һомғол булайым тиһәң

Организм торошона ҡарап, аҙнаһына бер көн тик

Һау һәм һомғол булайым тиһәңҺау һәм һомғол булайым тиһәң
Һау һәм һомғол булайым тиһәң

1) Ашар алдынан 15 минут алда 1-2 стакан һыуыҡ булмаған һыу эсергә.

2) Һөтлө, шәкәрле ҡуйы сәйгә ҡарағанда шәкәрһеҙ йәшел сәй күпкә файҙалыраҡ.

3) Бөтә ашарға теләгән бәлеш, билмән, бөйөрөктәрегеҙҙе көндөҙгө 12 гә тиклем ашап ҡуйығыҙ.

4) Итте ҡамырға төрөп тә, картуфҡа ҡушып та ашамайҙар. Иткә гарнир - тик йәшелсә генә.

5) Колбаса һәм майонездан мәңгелеккә баш тартығыҙ.

6) Йыш ашағыҙ (көнөнә 4-5 тапҡыр), әммә бәләкәй порциялар менән.

7) Йоҡлар алдынан ашамайҙар.

8) Организм торошона ҡарап, аҙнаһына бер көн тик эремсек (творог) ашап, йәшел сәй генә эсеп, таҙарынып алырға кәңәш ителә.

9) Көндөҙ ятырға тырышмағыҙ. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булығыҙ. Ял итеү ваҡыты - төн.

10) Ашаған ваҡытта сәй ҙә, һыу ҙа эсмәҫкә. 40 минуттан һуң йәшел сәй эсергә мөмкин.

11) Йоҡонан торғас та бер аш ҡалағы етен майы эсеү файҙалы.

12) Иртәнге аш туҡлыҡлы булырға тейеш.

13) Ҡамыр аштарын йәшелсә, емеш-еләк менән алыштырырға.

14) Иртәле-кисле физик күнекмәләр яһарға.

https://vk.com/club158369328?from=search&w=wall-158369328_496

Автор:
Читайте нас