Ололарҙың эҫе сәйҙе, ҡайнар ашты өрөп һыуытырға ярамай, тип әйтеүен ишеткәнегеҙ барҙыр.
“Ризыҡҡа, ризыҡ һалынған һауытҡа өрмәгеҙ”, - тиер ине өләсәйҙәр. “Ни эшләп?” – тигән һорауға, ғәҙәттәгесә, “Ярамағас, ярамай инде”, - тип кенә ҡуялар. Бындай сәйер тыйыуҙар күп кенә, ә бына уларға яуап-сәбәптәр Ҡөрьәндә, хәҙистәрҙә икән.
Әбү Дауыт, Тирмизанан килтерелгән хәҙистәрҙә ризыҡҡа өрмәгеҙ тиелә икән.
Сәбәбе нимәлә һуң? XXI быуатта был фән тарафынан иҫбат ителгән: ауыҙ эсе ҡыуышлығы – иң бысраҡ микрофлора. Тын менән сыҡҡан микробтар, бактериялар, вирустар ризыҡтағы юғары температураға ҡушылып, патогенға әүерелә, йәғни күп ауырыуҙарға сәбәпсе булыуы ихтимал икән.
Был хаҡта бынан 15 быуаттай әүәл әйтелгән, өләсәйҙәребеҙ ҙә ошо хәҙистәге аҡылды белгән, шуға беҙҙе ризыҡҡа өрмәгеҙ, тип тыйып үҫтергән.
Ә бөгөнгө замандың йәшәү темпына яраҡлашырға тырышып һәр беребеҙ ҡайҙалыр ашыға, ҡабалан-ҡарһалан ашай, эҫеһен өрөп һыуыта. Бәләкәй балаларға ла өрөп һыуытып бирергә күнектек.
Әйткәндәй, ҡайнар ашта бәрәкәт булмай, уны һыуытыңҡырап ашарға ҡушыла. Тик өрөп түгел, һыуына биргәнен көтөп, сабыр итеп.
Ашай белергә лә аҡыл, ғилем кәрәк икән...
Фото һәм сығанаҡ: Рухиәт, доғалар