-5 °С
Болотло
Йоҡоһоҙлоҡ, стресс, баш ауыртыу, эс күбеү, һулыш алыу юлдарына һалкын тейеү - барыһынан да ябай ромашка ярҙам итә.
Уны шулай уҡ шәкәр сире, гастриттан интегеүселәргә эсергә кәңәш итәләр. Ромашка сәскәһе организмдағы артыҡ һыуҙы ҡыуа, аппетитты контролдә тоторға, тынысландыра. Гинекология менән бәйле сирҙәр ваҡытында ла ромашка төнәтмәһе һәйбәт.
Әҙерләү: 1,5 сәй ҡашығы киптерелгән ромашка сәскәһен 200 мл ҡайнар һыуға һалып, 10-15 минут томалап тоторға.
Ромашка сәйен тиҙ арала эсеп бөтөрөргә кәрәк, сөнки ул шунан файҙалы матдәләрен юғалта.
https://vk.com/bashkortvk?from=search&w=wall-33711741_73928
Фото: Р. Назарова.