Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Ноябрь , 09:54

Ғүмергә ҡурҡыныс янаған йәште билдәләгәндәр

Ошо мәлдә һаулыҡ ҡаҡшауы күҙәтелә. Шуға күрә был йәште әҙерлекле ҡаршылар кәрәк. 

Лейбниц исемендәге Немец ҡартайыу институтының хисаплау биологияһы менән шөғөлләнгән профессоры Стив Хоффман кеше һаулығы һәм ғүмере өсөн иң хәүефле осорҙо һанап сығарған.

Ғалимдың мәғлүмәттәре буйынса, кеше тормошонда иң ҡатмарлы осор 45 һәм 50 йәштәр араһында башлана. Статистика күрһәтеүенсә, һаулыҡтың ныҡ ҡаҡшауы тап 45 йәшлек сиктән һуң һиҙелә. Был осорҙа хроник ауырыуҙар һәм йәшкә бәйле тайпылыштар барлыҡҡа килеү хәүефе һиҙелерлек арта.

Ә һеҙ ошо йәштәһегеҙ һәм сәләмәтлеккә бәйле хәүефте тикшерергә теләһәгеҙ, үҙегеҙҙең биологик йәшегеҙҙе билдәләгеҙ. Бының өсөн ябай ғына тест тәҡдим итәбеҙ: бер аяҡҡа ғына баҫып, икенсеһен тубыҡтан бөгөп, күҙегеҙҙе йомған килеш нисә секунд тора алырһығыҙ икән.

  • 18-39 йәш — 43 секунд торорға тейешһегеҙ
  • 40-49 йәш — норма 40 секунд 
  • 50-59 йәш — 37 секунд та етә
  • 60-69 йәш — 30 секунд
  • 70-79 йәш — норма 18-19 секунд.

Йә, нисә секунд торҙоғоҙ? Һеҙгә нисә йәш бирергә була? Үҙегеҙҙең йәштән байтаҡҡа күберәк икән, уйланырға урын бар - һаулығығыҙға иғтибар итергә кәрәк. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
 
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды.
Автор:
Читайте нас: