Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Ноябрь , 09:09

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бигерәк тә файҙалы

Тәү сиратта был алым менән организмды таҙартып алырға, анемияны дауаларға була. Ҡатын-ҡыҙҙар сирҙәрендә һөҙөмтәле.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бигерәк тә файҙалы
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бигерәк тә файҙалы

Түбәндә бирелгән рецепт элек-электән билдәле. Тәү сиратта был алым менән бауырҙы таҙартып алырға, анемияны дауаларға була. Ҡатын-ҡыҙҙар сирҙәрендә һөҙөмтәле. Уны өй шарттарында еңел генә әҙерләргә мөмкин.

Беҙгә кәрәк:

ярты сынаяҡ йөҙөм

бер лимондың һуты

бер сынаяҡ туралған сөгөлдөр

ике сынаяҡ һыу.

Әҙерләү

Ҡайнар һыуға сөгөлдөр менән йөҙөмдө һалып ҡайнатып сығарырға ла утты һүндерергә һәм, кәстрүлдең ҡапҡасын ябып, 45-60 минутҡа ултыртып торорға. Һыуынғас, уға лимон һуты өҫтәп, блендерҙа ваҡларға. Тәбиғи һәм һөҙөмтәле эсемлек әҙер. Уны көнөнә ике тапҡыр 100 миллилитрлап эсергә кәңәш ителә. Беренсеһен иртән ас ҡарынға, икенсеһен – төшкө аш алдынан. Бындай дауалау алымын 7-10 көн дауам итергә, шунан ике аҙна – тәнәфес, артабан курсты ҡабатларға.

Анемия булғанда шундай һут яһарға мөмкин: бер стакан алма һутына өс ҡалаҡ сөгөлдөр һуты өҫтәйбеҙ. Уны ашарҙан 25-30 минут алдан эсергә кәрәк.

Яңы һығылған сөгөлдөр һутын бер нисбәттә таҙа һыу менән ҡатыштырып эсеү ҡатын-ҡыҙға ифрат файҙалы. Бигерәк тә климакс һәм күрем циклы боҙолған ваҡытта ул һөҙөмтәле.

Һәр дауаланыу алымын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Фото: 

Автор:Аклима Гизатуллина
 
 
Башҡортостан гәзите сайтынан
Автор:
Читайте нас: