Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Октябрь , 20:06

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын кәметә!

Һөйәктәрҙе нығыта, ҡан баҫымын да көйләй, холестерин кимәлен кәметә, мускулдарға хәл индерә, йоҡоно яҡшырта.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын кәметә!
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын кәметә!

Кешеләр менән үткәрелгән тәжрибә йәйәү йөрөү йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын 31 процентҡа кәметеүен асыҡланған. Аҙнаһына 8 саҡрым һәм бигүк ашыҡмай ғына сәғәтенә 3 саҡрым үткәндәрҙә лә һәйбәт үҙгәрештәр күҙәтелгән. 

Саф һауала йөрөү һөйәктәрҙе нығыта, ҡан баҫымын да көйләй, холестерин кимәлен кәметә, мускулдарға хәл индерә, йоҡоно яҡшырта. Шулай уҡ күкрәк биҙе яман шеше менән ауырыу ихтималлығын кәметә, хатта шәкәр ауырыуының икенсе төрө барлыҡҡа килеүен бөтөрә. Аҡыл һәләттәрен үҫтерергә теләүселәргә күп атлап йөрөргә кәңәш ителә. Мейе эшмәкәрлеге лә яҡшыра, хәтер ҙә һәйбәтләнә.

Йәйәү йөрөүҙе спорт төрөнә лә индерәләр. Атлаған ваҡытта йөрәк тибеше йышая, минутына 70-тән 100, хатта 150-гә етеүе мөмкин. Күп ҡан һәм кислород мускулдарға килә. Минутына 5 калория яғыла. 20 йәшкә еткәндәр йылына 1 килограмм тирәһе ауырлыҡ йыя, өлкәнәйгән һайын ул арта төшә. Ун биш йыл дауамында 4 мең 995 ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙы күҙәтеп, улар араһында йәйәү йөрөргә яратҡандарҙың аҙ ғына ауырлыҡ йыйыуын белгәндәр.

Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Йәйәү йөрөү ҡартайыуҙы ла бер аҙ туҡтата, тип иҫәпләй ғалимдар. 1 сәғәт саф һауала теремек йөрөү ғүмер оҙонлоғобоҙҙо 2 сәғәткә оҙонайта икән. Уның кәйефте күтәреүен дә билдәләргә кәрәк.
Нисек йәйәү йөрөй башларға һуң? Әлбиттә, тәүҙә аҙҙан башлап арттыра барырға кәрәк. Кеше көнөнә, мәҫәлән, уртаса 5 мең 117 аҙым яһай. Был һан – аҙ хәрәкәтләнеүсенең күрһәткесе. Табиптар көнөнә 10 мең аҙым үтергә кәңәш итә. Тимәк, йөрөйбөҙ һәм һаулығыбыҙҙы нығытабыҙ!

 

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_18514 

Автор:
Читайте нас: